Ашығыс ярҙам хеҙмәттәренең эш сифатын заманса ҡоролмалар ҙа яҡшыртасаҡ. Табиптарға планшеттар тарата башланылар. Был күсмә бригадаларға пациенттың ауырыуҙар тарихы менән юлда барғанда уҡ танышырға мөмкинлек бирә.
Хәҙер был иғлан ҡағиҙә булараҡ ҡына яңғырай. Ашығыс ярҙам фельдшеры саҡырыу тураһында көнэлгәре, буласаҡ пациенттың мөрәжәғәте базаға алынғас та иҫкәртелә. Юлда иһә табиб пациенттың мөрәжәғәттәр һаны, хроник сирҙәре һәи әлеге саҡырыуы сәбәбе тураһында тулы мәғлүмәт ала. Элек был мөһим мәғлүмәттәрҙе сирле эргәһенә килеп еткәс, һанаулы минуттар иҫәбенә алырға тура килә ине.
Яңы ҡоролма медицина ярҙамы сифатын яҡшыртып ҡына ҡалмай, уны күрһәтеү ваҡытын тиҙләтә. Бындай эш тәртибе Өфөлә һынау режимында бер нисә ай ҡулланышта икән, төбәктәрҙә уға яңы күнегә башлағандар. Өйрәнеү курсы тамам. Ыңғай яҡтары бәхәсһеҙ. Пациент тәү ҡарашҡа үҙгәрештәр тоймай. Сирелене дауаханаға һалыу талап ителһә ашығыс ярҙам табибьы бар мәғлүмәтте яҡындағы жауаханаға тапшыра. Ошондай һәр планшет берҙәм медицина мәғлүмәт үҙәгенә тоташтырылған.
Хәйер, табибтарҙың ҡағыҙ эше кәмемәгән. Саҡырыуҙар картаһын элеккесә ҡулдан тултырырға кәрәк. Яҡын киләсәктә иһә ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәте тулыһынса электрон документәйләнешенә күсергә әҙерләнә. “Сәләмәтлек” милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә Башҡортостанда 345 медицина бригадаһын электрон планшеттар менән йыһазландырыу көтөлә. Ҡала ғына түгел ауылдарҙа ла. Ашығыс медицина ярҙамын күрһәтеү ваҡытын тиҙләтер өсөн.