Подъезд, ихаталрҙы төҙөкләндереүҙә халыҡ фекере мөһим

Тулыраҡ: Подъезд, ихаталрҙы төҙөкләндереүҙә халыҡ фекере мөһим

“Реаль эштәр реаль булып ҡала”. Өфөлә “Ҡала мөхите” төбәк партия форумы үтте. “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең проекты нисек үтәлә, уны яҡшыртыу өсөн нимәләр эшләргә? Ошо хаҡта фекер алышты форумда ҡатнашыусылар. Иң беренсе форумға йыйылыусылар түңәрәк өҫтәлдәрҙә фекер алышты. Уларҙа йорт ихаталарын һәм подъездарҙы ремонтлау – йәшәү шарттарын яҡшыртыу, Яңы йәмәғәт урындары – ауыл-ҡалаларҙа халыҡты йәлеп итеү нөктәләре, реаль эштәр – территорияларҙы тәртипкә килтереү ҡоралы тигән темалар тикшерелде. Түңәрәк өҫтәл һөҙөмтәләре буйынса форум резолюцияһына тәҡдимдәр әҙерләнде.

Форумда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сәләмләп, мөһим йүнәлештәрҙе билдәләп китте. “Башҡорт ихатаһы” программаһына ярашлы 2020-се йылға республикала 400 күп фатирлы торлаҡ ихатаһы төҙөкләндерелергә тейеш. “Подъездарҙы” комплекслы ремонтлау проекты сиктәрендә йыл һайын 4 мең подъезды тәртипкә килтереп, 2025 йылға ремонтланғандарын 20 меңгә еткереү маҡсаты ҡуйыла.

Радий Хәбиров район-ҡала хакимиәттәренә федераль гранттар ҡатнашырға кәңәш итте. Сөнки, ҡала мөхитен яҡшыртыуға бүленгән аҡсаға, республика ла өҫтәп бирә. Мәҫәлән, быйыл Бәләбәй, Ишембай һәм Бөрө 280-шәр миллион һум алған. Сығыш яһаусылар бихисап аныҡ тәҡдимдәр индерҙе. Мәҫәлән, подъездарҙы һәм ихаталарҙы ремонтлауҙа мотлаҡ халыҡ фекерен белешеү, уларҙы ризалығынан ғына эштәрҙе ҡабул итеү, был йәһәттән күп фатирлы торлаҡ хужаларынан советтар булдырыу, эштәр барышын етди контролгә алыу, һәр объект буйынса депутаттарҙы билдәләп сығыу һәм башҡалары. Уларҙың күпселеге Федераль закон проекттарында сағылыш табасаҡ, тип күҙаллана.

“Уңайлы ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда 3 йыл эсендә 142 йәмәғәт урыны төҙөкләндерелгән. Быйыл ошо маҡсатта 1 миллиард 400 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Был сумма буйынса республика Рәсәй төбәктәре араһында бишенсе урында. Форумда “Уңайлы ҡала мөхите” проекты үтәлешен үҙ-ара кәңәшләшеп, дауам итергә килешелде. Сөнки, фекер алышып ҡына, ауыл-ҡалаларҙың, ә иң мөһиме унда йәшәгән халыҡтың тормошон яҡшыртып була, тип иҫәпләй сарала ҡатнашыусылар.