Өлкән быуынға ҡарата ҙур мөхәббәт һәм ихтирам

Тулыраҡ: Өлкән быуынға ҡарата ҙур мөхәббәт һәм ихтирам

Кушнаренко районының Шәрип ауылында урындағы эшҡыуар үҙ аҡсаһына оло йәштәгеләр һәм инвалидтар йортон тергеҙгән. Дүрт йыл элек ремонтҡа ябылған бина яңынан ишектәрен асты. Ә йортта тәрбиәләнеүселәр республика бюджеты иҫәбенә ҡараласаҡ.

Мөхәббәткә кәртәләр ҙә, йәш сикләүҙәре лә юҡ, тигәндәй Нина Дмитриевна менән Александр Викторович ҡарттар йортонда бер-береһен осратып ғашиҡ булған. Әммә быға тиклем улар айырым торһалар, хәҙер учреждениелағы ремонттан һуң һөйгән йәрҙәргә бер дөйөм бүлмә биргәндәр. Хәҙер ғашиҡтар туй үткәрергә уйлайҙар. Реконструкциянан һуң оло йәштәгеләр һәм инвалидттар йортона кире ҡайтыусылар бихисап. Сөнки бина ныҡ таушалғанға күрә дүрт йыл элек учреждениены япҡандар. Ә ремонтҡа аҡса булмаған. Шул саҡта проблема тураһында өлкән быуынға ихтирам һәм ҙур мөхәббәт менән ҡараған Айгөл Фәйзуллина белеп ҡала. Урындағы эшҡыуарҙар һәм яҡындарының ярҙамы менән ул 5 миллион һум йыйып, пансионатты тергеҙә.

Пансионатта мөхит өйҙәге кеүек йылы, яҡты. Тәрбиәләнеүселәр бергәләп йырлайҙар, бейейҙәр, уйнайҙар, физик күнегеүҙәр менән шөғөлләнәләр. Барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙе директор шәхсән үҙе һайлап алған. Төп талап – өлкән йәштәгеләргә йылы мөнәсәббәт, иғтибар һәм ихтирам. Әле йортта 19 кеше йәшәй. Учреждение йәмғеһе 40 тәрбиәләнеүсегә иҫәпләнгән. Шуларҙың унауһы коммерция нигеҙендә, ә ҡалғандары республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән килешеү сиктәрендә дәүләт бюджеты иҫәбенә ҡарала.

Учреждениеның медицина эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу буйынса лицензияһы ла бар. Шуға инвалидтар һәм психик ауырыуҙар менән яфаланғандарға бында профессиональ ярҙам күрһәтелә. Массаж, уколдар һалыу һәм башҡа дауаланыу процедуралары үтергә мөмкин. Шулай уҡ, киләсәктә был биләмәлә көндөҙгө станционар төҙөргә планлаштыралар.