Ленинград өлкәһенең Зайцево ауылында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандар хөрмәтенә ҡуйылған мемориал ташҡа яңы исемдәр өҫтәйҙәр. Мәрмәр ташҡа яҙыласаҡ фамилияларҙың береһе Башҡортостандан яуға киткән ҡыҙылармеецтыҡы.
Бөйөк Ватан һуғышы йыдарының иң һынылышлы осоро. Ленинградты немец ҡоршауынан азат итеү. Миллиондарса кешенең ғүмерен өҙгән был алышта хәбәрһеҙ юғалғандар ҙа йөҙҙәрсә мең. Уларҙың араһында хәҙерге Ишембай районындағы Алаҡай ауылында йәшәгән Ғөбәйҙулла Ҡасҡынов була. Яугирҙың яҙмышы ураһындағы мәғлүмәттәрҙе 75 йыл дауамында бер кем белмәй. Тик уның бүләсәре Артур Һәйетҡоловтың тырышлығы арҡаһында ғына яҡташ һалдаттың ысын исеме, уның шәхесе асыҡлана.
Йылдар буйына алып барылған эштең һөҙөмтәһенә яңыраҡ ҡына ирешәләр. Ғөбәйҙулла Бәшир улының пулеметсы булып хеҙмәт итеүе, һәм Ватанды фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙә баш һалғаны асыҡлана. Ә яуға ул ҡатыны Миниса һәм тағы ла ете балаһын ҡалдырып китә. Был саҡта иһә Ғөбәйулла Ҡасҡыновтың оло улы һуғышҡа алынып, ул да хәбәрһеҙ юғалған була.
Ленинград өлкәһенең Дружногорский районындағы Зайцево ауылындағы мемориалға Ғөбәйҙула Ҡасҡыновтың исем-шәрифенән тыш тағы ла 37 һалдаттың фамилияһы яҙыласаҡ. Урындағы хәрби комиссариат ошо турала вәғәҙәләй. Бынан тыш, исем-шәрифтәрҙе өҫтәп яҙыу Рәсәй Президенты хакимиәте күҙәтеүенә лә алынған. Ә Ғөбәйҙулла Ҡасҡыновтың бүләсәре Артур Һәйетҡолов Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хәбәрһеҙ юғалған атай-олатайҙарын эҙләүселәргә ярҙам килергә лә әҙер. Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләгән мәлдә бер генә батыр һалдат та хәбәрһеҙ юғалырға тейеш түгел.