Өфө ҡалаһындағы инвалидтар һәм ҡарттар йорто эргәһендә ҡасан йәйәүлеләр, коляскала ярҙамында хәрәкәт итеүсе нвалиттар өсөн хәүефһеҙ юл барлыҡҡа килер? Был ҡатмарлы мәсьәлә ҡасан хәл ителер? Гөлнур һәм Рафиҡ Закирйәновтар Өфөнөң ҡарттар һәм инвалидтар йортонда биш йылдан ашыу йәшәй. Улар икеһе лә икенсе төркөм инвалидтары. Ошо ваҡыт эсендә юл хәүефһеҙлеге өсөн борсолоп бик күп мөрәжәғәттәр юлланыҡ, ләкин уларға ҡолаҡ һалыусы булманы, ти Закирйәновтар. Ҡайһы саҡта яҡын ғына урынлашҡан магазин, дарыуханаға барып килеү ҙә ҙур мәсьәләгә әйләнә инвалидтар өсөн. Яҡын-тирәлә төҙөлөш барыу сәбәпле йөк машиналары юлды ҡаплаған ваҡыттар ҙа бар, был саҡта инде урам буйына сығыу икеләтә ҡурҡыныс.Тау түбәненә табан тиҙлектә килгән машина ҡапыл туҡтай алмай юлдан килеүселәргә зыян килтереүе ихтимал. Йәйәүлеләр өсөн махсус юл булһа мәсьәлә хәл ителер ине, ти был йортта йәшәүселәр. Ике йыл элек инвалид юлды сығып барғанда, уны автомобиль бәреп китә. Ошо ваҡиғанан һуң бында йәшәүселәр мәсьәләне ҡабырғаһы менән ҡуя. Ҡарттар һәм инвалидтар йорто етәкселеге һыуыҡтар төшкәнсе мәсьәлә хәл ителер тип ышана. Кире осраҡта иһә инвалидтарҙың ғүмере хәүеф аҫтына ҡуйыла.
Юл кәрәк
Тулыраҡ: Юл кәрәк