Баш ҡала хакимиәтендә законһыҙ ҡуйылған гараждарҙы асыҡлау буйынса эш башланды. Милек тураһында документтары булған гараж хужалары менән шәхси эш алып барыла. Милексенең шәхесе асыҡлана, теркәү мәғлүмәттәре тикшерелә. Ҡалала мәктәптәр янында 700-ҙән меңгә тиклем законһыҙ төҙөлгән ҡоролмалар урынлашҡан. Өҫтәүенә уларҙың күбеһе йылдар буйы файҙаланылмай, йә булмаһа ҡуртымға бирелә. Уҙған аҙналағы фажиғәле хәлгә бәйле ҡала хакимиәте башлығы тейешле хеҙмәттәргә Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәген һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарын йәлеп итеп, мәктәптәр эргәһендә законһыҙ һалынған гараждарҙы һүтеүҙе әүҙемләштерергә ҡушты, тип хәбәр итә бөгөн Башинформ агентлығы.
Өфөнөң Октябрь районындағы 4 мең 600 гараждың 2 мең 600-ҙө һүтелергә тейеш
Тулыраҡ: Өфөнөң Октябрь районындағы 4 мең 600 гараждың 2 мең 600-ҙө һүтелергә тейеш