Башҡортостан ит компанияһы Бүздәктә сусҡасылыҡ тармағында селекция-генетика үҙәге эшен яйға һала. Таврос компаниялары төркөмөндә эшләгән комплекстың эшмәкәрлеге менән Радий Хәбиров танышты. Республика башлығы эш сәфәре менән Бүздәк һәм Илеш райондарында булды. Башҡортостан ит компанияһының тоҡомсолоҡ үҙәге 166 гектарҙа урынлашҡан ике ҙур комплекстан тора. Әле бында Дания тоҡомло 5400 баш инә сусҡа аҫрала. Селекция-генетика үҙәге Европала иң эреләрҙән һанала. Мал тотоу шарттары монитор аша күҙәтелә.Комплекста өс төр тоҡомло сусҡа ҡауыштырыла. Артабан мал Рәсәй тауар фермаларына оҙатыла һәм сит илгә һатыла.
Үҙәктә йылына 20 мең баш тоҡомло сусҡа малы аҫрау ҡарала. Тәүге иң ҙур партия Тамбов өлкәһенә оҙатырға әҙерләнә. Компанияның Благовар һәм Шишмә райондарында өс сусҡасылыҡ комплексы эшләй. Таврос төркөмө төбәктә сусҡа малы иҫәбен бер миллион башҡа еткерергә ниәтләй. Әлеге ваҡытта Бәләбәй районында ит эшкәртеү комплексын төҙөү проекты әҙерләнә. Мал аҙығы ҡатнашмалар етештереүҙә республика предприятелары әүҙем ҡатнаша.Тирә-яҡ мөхиткә зыян килтермәҫ, эргәлә йәшәгән халыҡты яман еҫ менән ялҡытмаҫ өсөн махсус ҡоролма урынлаштырыу мәсьәләһе хәл ителә. Ул шыйыҡ ҡалдыҡтарҙы эшкәртеп ергә ашлама итеп һалыуға иҫәпләнгән. Башҡортостан тауары тигән танытыу билдәһенә Бүздәк теплица комплексы йәшелсәһе лә лайыҡ. Крәҫтиән-фермер хужалығының теплицалары 9 гектар майҙанды биләй. Инвестициялар күләме миллиаррд ярым һум.
Республика башлығының эш сәфәре артабан Бүздәк район дауаханаһында дауам итте. Дауалау учреждениеһының өс ҡатлы дауалау бинаһын капиталь төҙөкләндереү декабрь айында тамамланасаҡ. Баш табиб Айрат Хажиев белдереүенсә, дауаханала йәнә лифт ҡаралған йылы үткәүел төҙөлөшө талап ителә. Проект әҙер, тик финанслау мәсьәләһе асыҡ ҡала. Дауалау учреждениеһы шулай уҡ 20 миллион һум торған күсмә маммографҡа мохтаж.Район хакимиәте башлығы Азат Арыҫланов төбәктә студент-медиктарҙы маҡсатлы уҡытыуға түләү проблемаһы тураһында белдерә. Муниципалитет аҡсаһын студент уҡытыуға тотоу маҡсатҡа яраҡһыҙ, тип баһалана. Радий Хәбиров был мәсьәләне ентекле тикшерергә кәрәк, тип белдерҙе. Районға кадрҙар йәлеп итеү эше ыңғай ойошторолған. Был йәһәттән федераль һәм республика программалары бойомға ашырыла, белгестәргә фатир һәм ер участкалары бүленә.
Республика башлығы поликлиника хеҙмәткәрҙәре менән аралашты, инфомат эше менән танышты, табиптарҙа яҙылыу тәртибе менән ҡыҙыҡһынды.Бүздәк металл прокатлау заводын Радий Хәбиров Инвестиция сәғәтенең сираттағы ултырышына саҡырҙы. Ҡорос арматура етештереүсе предприятие ике йыл элек асылған. Ул элекке район ауыл хужалығы техникаһы идаралығы биналарында урынлашҡан, ҡоролма-йыһаздар Ирандан һатып алынған. Тәү инвестиция иғәнәләре 100 миллион һум. Тауар етештереүгә 366 миллион һум инвестиция йәлеп итергә ниәтләгән консерва комбинаты ла яңыртыуҙан һуң томат соусы , паста һәм майонез етештереү күләмдәрен ике ярым процентҡа арттырырға йыйына. Төштән һуң Республика башлығы эш сәфәрен Илеш районында дауам итте. Радий Хәбиров Ҡарабаш ауылында Спорт-мәҙәни үҙәгеэшмәкәрлеге менән танышты, урындағы халыҡ менән аралашты, Үрге Йәркәйҙә Муса Гәрәевтың музейын, райондың ауыл хужалығы предприятиелары, социаль объекттарындағы эштәр торошо менән ҡыҙыҡһынды.