Яңы йыл байрамдары осоронда алкоголь һатыу сикләнә

Тулыраҡ: Яңы йыл байрамдары осоронда алкоголь һатыу сикләнә

Бөгөн республика Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырышында “Яңы йыл байрамдары осоронда алкоголь һатыуҙы сикләү” тураһындағы закон проекты ҡараласаҡ. Документҡа ярашлы, 3 ғинуар хәмер һатыу бөтөнләй тыйыла, ә 4-6 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 2-гә тиклем генә һатыла. Яңы йыл байрамдары осоронда алкоголь һатыуҙы Республика етәксеһе Радий Хәбиров сикләргә тәҡдим иткәйне. “Хәмер һатыуҙы сикләп, беҙ республикала йәшәүселәргә был көндәрҙе ғаилә менән бергә үткәрергә тәҡдим итәбеҙ. Башҡортостанда төрлө кимәлдәге саралар ойоштороласаҡ. Хоҡуҡ һаҡлау органдары алкоголь һатырға маташыусыларға ҡаршы рейдтар үткәрәсәк», — тине Радий Хәбиров.