Республика башлығы Радий Хәбировтың «Башҡортостан Республикаһында Яңы 2020 йылды байрам итеү тураһында»ғы Указына ярашлы, Яңы йыл байрамын әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты составы раҫланды.Яңы йыл шыршыһы быйыл Өфөлә 20 декабрь «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтәсәк. Унда уҡыу алдынғылары, олимпиадалар һәм спорт ярыштары еңеүселәре, художестволы үҙешмәкәрлек фестивалдәре лауреаттары, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре ғаиләләренән, ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән, шулай уҡ мөмкинлектәре сикле һәм инвалид балалар саҡырылған. Уларҙың бөтәһенә лә бүләктәр тапшырыласаҡ. Республика Яңы йыл шыршыһында ҡатнашҡан балалар өсөн өс көнлөк ял ойошторола. Муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәренә, профсоюз һәм башҡа йәмәғәт ойошмаларына мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениеларында, тораҡ пункттар майҙандарында карнавалдар, сәхнәләштерелгән тамашалар һәм Яңы 2020 йылды байрам итеүгә арналған башҡа төрлө саралар әҙерләп үткәрергә тәҡдим ителде. 18 йәшкәсә биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләнгән ғаиләләрҙәге 14 йәшкә тиклемге балаларға бүләктәр һатып алынасаҡ. Һөнәри белем биреү ойошмаларында уҡыған етем һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған балаларға матди ярҙам күрһәтеү ҡарала.
Яңы йыл мәшәҡәттәре
Тулыраҡ: Яңы йыл мәшәҡәттәре