Водителдәр өсөн, әлбиттә, бер аҙ уңайһыҙлыҡтар бар. Әммә улар ваҡытлыса ғына. Тиҙҙән Октябрь проспектына йәнәшә ятҡан урам танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк. Автомобиль юлдары киңәйтеләсәк, юлдың эргә-тирәһе ипкә килтереләсәк. Өфөнөң Комсомол урамында көндөң икенсе яртыһында тығындар башлана. Сәбәбе, юлдың яртыһы реконструкцияға ябылған. Ҡала халҡы өсөн был уңайһыҙ, әммә улар бөтә ҡыйынлыҡтарға ла түҙергә әҙер. Сөнки, Комсомол урамында юлды төҙөкләндереүҙе халыҡ күп йылдар дауамында көттө.Әлеге мәлдә эштәр юлдың Һәҙиә Дәүләтшина бульвары менән киҫешкән еренән СССР-ҙың 50 йыллығы урамына тиклемге өлөшөндә бара.
Эшселәр асфалттың бер нисә ҡатын алып юлды киңәйтергә йыйына. Әммә ҡышҡы осорҙа яңы асфальт түшәмәйәсәктәр. Бынан тыш төрлө коммуникацияларҙы яңыртыу эштәре ҡаралған. Яңыртыласаҡ юлдың оҙонлоғо 5 километр. Эштәр ике этапта башҡарыла. Тәүгеһенә Һәҙиә Дәүләтшина бульвары боролошонан Лесотехникум урамына тиклемге өлөшө инһә, икенсе этапта 8 март урамын яңыртыу ҡаралған. Әйткәндәй, эштәр ике урында ла бер үк ваҡытта алып барыла. Төҙөклөндереү «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли пректы сиктәрендә атҡарыла. Ремонт өсөн федераль һәм төбәк бюджетынан миллиард һумдан артыҡ аҡса бүленгән. Сығымдарҙың бер өлөшө биләмәне төҙөкләндереүгә китһә, икенсеһе юл эргәһе майҙансыҡтары, тротуарҙарҙы ипкә килтереүгә йүнәлтелә.Урамдың был өлөшөндө барған төҙөлөш киләһе йылға тамамлана. Артабан эш юлдың таҡ һанлы йорттар урынлашған яғында дауам итәсәк. Ә планға ярашлы, төҙөкләндереүҙе тулыһынса тамамлау 2021 йылдың ноябренә билдәләнгән.