Башҡортостан мәктәптәрендә 153-сө стоматология кабинеты эшләй башланы. Ул Нагаев ауылының 147-се мәктәбендә урынлашҡан. Бүлмә заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Таҙа тештәр – сәләмәтлектең нигеҙе. Балалар бәләкәй саҡтан был хаҡта мәғлүм булырға тейеш, ти теш табиптары. Шуға күрә мәктәптәрҙә сәләмәтлек дәрестәрен 1-се кластан ойошторолоу зарур. Нагаево ауылының 147-се мәктәбендә 1 мең ярымдан ашыу уҡыусы өсөн быйыл стомотология бүлмәһе лә асылды.4-се синыф уҡыусыһы Валерия яңы стомотология кабинетында беренсе тапҡыр түгел, теш табибы менән ул хәҙер яҡындан таныш.
Яңы бүлмәгә инеп, мөләйем табип менән аралашыу ғына күңелгә йылылылыҡ бирә һәм теште дауалау бер ҙә ҡурҡыныс түгел, ти ҡыҙ.Теш табибы Гөлнара Кожухова 30 йылдан ашыу стомотолог булып эшләй һәм балаларҙы дауалауҙа үҙенең үҙенсәлектәре бар, тип билдәләй.Уҡытыусылар өсөн дә мәктәптә стомотология бүлмәһе урынлашыуы әһәмиәтле, сөнки балаларға уҡыуҙы ҡалдырып йөрөргә тура килмәйәсәк.Заман талаптарына яраҡлаштырылып йыһазландырылған яңы стомотология бүлмәһендә теш табибы балаларҙы көн дә сәғәт иртәнге 8-ҙән 12-гә тиклем ҡабул итә. Был Башҡортостанда 153-сө кабинет. Стомотология бүлмәһенә яҡын тирәләге ауылдарҙа йәшәгән балалар ҙа мөрәжәғәт итә ала. Республика мәктәп стомотологияһы Рәсәйҙә алдынғылар иҫәбендә. “Үргә ос!” мәғариф проекты сиктәрендә Башҡортостанда тағы ла яңы кабинеттар асыласаҡ.Башҡортостан хөкүмәте ҡарарына ярашлы, Өфө мәктәптәрендә быға тиклем эшләп килгән стомотология бүлмәләре һәм балалар стомотологияһы поликлиникаһы ла заманса ҡорамалдар менән яңыртыла.