Бергә йәшәүҙәренең 50 йыллығын үткәреүсе ғаиләләр күп. Гәүһәр туйҙарын билдәләүселәр ҙә осрап тора. Ә бына 70 йыл бергә йәшәүселәр юҡ тиерлек. Бына шундай һирәктәр өлөшөнә төшкән бәхетте был көндәрҙә Лидия һәм Евгений Смирновтар кисерә. 90-ды уҙған пар хозур туйын туйлай. Хозур туйғаса бергә йәшәп, тиң ҡартайыу насип булған бәхетлеләр 70 йыл элек киске уйында таныша. Осрашҡандан алып бөгөнгәсә һәр көндәрен Лидия Ивановна һәм Евгений Иванович бөгөнгөләй хәтерләй.Ярты йыл осрашып йөрөгәндән һуң ҡыҙ һәм егет өйләнешә һәм гел бергә була. Әле генә шаярып-көлә Евгений Иванович, ә үҙ бәхетенә ул ҙур һынауҙар аша үтеп килгән. 41-се йылда әсәһе менән икеһен блокадалы Ленинградтан Өфөгә эвакуациялайҙар.
Атаһы фронтта һәләк була. Үҫә төшкәс, үҙ теләге менән ул да фронтҡа китә. Радист рус-япон һуғышында ҡатнаша. Уларҙың полкын Порт Артурҙан Тымыҡ океан сиген һаҡларға ебәрәләр. Шунда осрата ла инде ул һөйгәнен. Йәш саҡтарын пар фотоһүрәттәр һәм йырҙар аша һаҡлай.Киров районы ЗАГС-ына Бөйөк Ватан һуғышы ветераны миҙалдарын тағып килде. Янында ғүмерлек мөхәббәте атлай. Ә уларҙы ҡотларға ҡыҙы, улы, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре йыйылды.90 йәште уҙып, әле һаман йәштәрсә мөхббәтле була белгән ата-әсәһенә балалары һоҡланып ҡарай һәм тағы ла бик күп йылдар уларҙың яндарында булыуҙарын теләй.