Ултырыштар башҡорт телендә үтә

Тулыраҡ: Ултырыштар башҡорт телендә үтә

Рәсми ултырыштарҙы башҡорт телендә үткәреү башланғысын район һәм ҡалалар дәррәү күтәреп алды. Салауат ҡала округы ҡала Советы депутаттары тарихта беренсе тапҡыр ултырышты башҡорт телендә уҙғарҙы. Көн тәртибенә сығарылған мәсьәләләр буйынса сығыштар туған телдә булды. Киләсәктә был тәжрибәгә даими әйләнеп ҡайтырға килешелде.Балтас районында ла был көндәрҙә депутаттар Советы башҡорт телендә үтте. Көн тәртибенә районда уҡыусы йәштәр араһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү. Байрам һәм ял көндәрендә уларҙың буш ваҡытын ойоштороу мәсьәләләре сығарылғайны. Шулай уҡ ауыл-ҡала биләмәләрен киләһе йылдың тематикаһына яраҡлаштырыу буйынса тәҡдимдәр булды.Депутаттарҙың сығышы һәм фекер алышыу тулыһынса башҡортса барҙы. Район һәм ҡала Советтары ултырыштарын икенсе дәүләт телендә үткәреү тәҡдимен Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңғыратҡайны.