Башҡортостан һәм Бахрейн хеҙмәттәшлек даирәләрен киңәйтә

Тулыраҡ: Башҡортостан һәм Бахрейн хеҙмәттәшлек даирәләрен киңәйтә

Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бахрейн короллегенең Ислам эштәре буйынса юғары советы президенты, шәйех Абдулрахман бин Мөхәммәт Әл-Хәлифә һәм Бахрейн короллегенең Рәсәйҙәге илсеһе Әхмәт Абдулрахман Әл-Саати менән осрашыуы барышында килешелде. Юғары ҡунаҡтар Башҡортостанға “Рәсәй-Ислам донъяһы” стратегик ҡараш төркөмөнөң бишенсе ултырышында ҡатнашыу өсөн килгән. Осрашыуҙа иҡтисад, туризм өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итеү һорауҙары ҡаралды. Радий Хәбиров Башҡортостандың хеҙмәттәшлеккә һәр саҡ асыҡ тине.

Башҡортостанға “Рәсәй-Ислам донъяһы” стратегик ҡараш төркөмөнөң бишенсе ултырышында ҡатнашыу өсөн килгән юғары ҡунаҡтар Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, мөфтөй Тәлғәт Тажетдин менән дә осрашты. Бахрейн короленең бер туған ҡустыһы Башҡортостанда ислам диненең үҫешен юғары баһаланы.

Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе осрашыуҙың ике ил генә түгел, ә донъя халыҡтары өсөн мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шәйх-үл-ислам Тәлғәт Тажетдин фекеренсә, тик имен һәм тыныс донъяла ғына туғандарса хеҙмәттәшлек итергә мөмкин.