Өфөлә Кәрим Хәкимов исеме мәңгеләштерелде

Тулыраҡ: Өфөлә Кәрим Хәкимов исеме мәңгеләштерелде

Бахрейн делегацияһы вәкилдәре Өфөлә Кәрим Хәкимов иҫтәлегенә таҡтаташ асыу тантанаһында ла ҡатнашты. Тап ул Совет иле менән ғәрәп-фарсы донъяһын башлап тоташтырыусы дуҫлыҡ күперен һалған шәхес. Ҡыҙыл Паша исеме аҫтында билдәлелек алған Кәрим Хәкимов исеме Ислам университеты бинаһында мәңгеләштерелде. Ул революцияға тиклем бында урынлашҡанҒәлиә мәҙрәсәһендә уҡыған. Сит телдәрҙе, ғәрәп философияһын, логикаһын, ғәрәп илдәренең ҡануниәтен, тарихын, мәҙәниәтен, ислам тәғлимәттәрен өйрәнгән. Ғәлиә мәҙрәсәһендә алған белемдәре уға яңы ғына барлыҡҡа килгән Совет Республикаһы һәм ғәрәп-фарсы донъяһы араһында бәйләнештәр булдырырға, Сәүд Ғәрәбстаны халҡының ышанысын һәм ихтирамын яуларға ярҙам итә. 28 ноябрҙә Кәрим Әбдерәүф улы Хәкимовтың тыуыуына 127 йыл тулды.