Рәсәй — ислам донъяһы” стратегик ҡараш төркөмөнөң беренсе көнө Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһының 50 йыллығы һәм Рәсәйҙең күренекле сәйәсәт эшмәкәре Евгений Примаковтың 90-йыллыҡ юбилейына арналды. Бөгөн пленар ултырыш үтә. Быйылғы форум конфессия-ара татыулыҡҡа өлгәшеүҙә Рәсәй һәм Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһы дәүләттәре тәжрибәһен өйрәнеүгә арнала. Рәсәйҙең Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһы эргәһендәге даими вәкиле Рамазан Абдулатипов билдәләүенсә, йыйындың Өфөлә үтеүе осраҡлы түгел. Башҡортостан Рәсәйҙә халыҡ һәм конфессия-ара татыулыҡ өлгөһөн күрһәткән сағыу төбәктәрҙең береһе.