Радий Хәбиров күп балалы ҡатын-ҡыҙҙарға “Әсәлек даны” миҙалын тапшырыҙы

Тулыраҡ: Радий Хәбиров күп балалы ҡатын-ҡыҙҙарға “Әсәлек даны” миҙалын тапшырыҙы

Башҡортостандың социаль сәйәсәте артабан да әсәлек, ғаилә һәм балалыҡты яҡлауға ҡороласаҡ. Республика алдында бөгөн торған тағы лабер мәсьәлә – халыҡ һанын арттырыу. Ошо турала Радий Хәбиров күп балалы ҡатын-ҡыҙҙарҙың бер төркөмөнә “Әсәлек даны” миҙалын тапшырыу тантанаһында белдерҙе.

Уларҙы тәбрикләү ысын мәғәнәһендә байрам, ә был байрамдың тарихы хәҙер сирек быуаттан ашыу. Башҡортостанда йәнә күп балалы ҡатын-ҡыҙҙарҙың бер төркөмөнә республикалағы иң юғары наградаларҙың береһе “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән был осрашыуға саҡырылған гүзәл заттар биш һәм унан да күберәк сабыйға ғүмер бүләк иткән. Улар тәрбиәләгән балаларҙың дөйөм һанын иҫәпләгәндә, яҡынса 250 ҡыҙ һәм малайҙар. Был — бер мәктәптә белем алған уҡыусылар тигән һүҙ.

Башҡортостанда әсәлек һәм балалыҡты яҡлау артабан да дәүләт кимәлендә алып барыласаҡ сәйәсәт булып ҡаласаҡ. Республика башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, бөгөн төбәктә күп балалы ғаиләләргә социаль ярҙамдың йәнә бер юлы ҡарала. Ул ер бүлемдәрен биреүҙе камиллаштырыу һәм тап ошо биләмәләрҙә йорт һалыуҙа ярҙам күрһәтеү. Радий Хәбировтың был белдереүе сараның рәсми өлөшөнән һуң әсәләрҙе иң ҡыҙыҡһындырған мәсьәләләрҙең береһе булды.

Республиканың һәр ҡалаһы һәм районында ла бөгөн күп балалы ғаиләләргә ярҙам иғтибар үҙәгендә. Мәҫәлән, Ейәнсура. Урындағы хакимиәт булышлығы менән йорт һалып сыҡҡандар ҙа бар. Бөгөн Башҡортостанда “Әсәлек даны” миҙалын йөрөткән гүзәл заттар һаны 7 мең 987. Тиҫтәләрсә йылдар буйынса бирелеп килгән награда республиканың көндәлек тормошоноң иң күркәм йолаларының береһенә әйләнгән.

“Әсәләр көнөн” билдәләгән ваҡытта миҙал алыу байрам кәйфен тағы ла арттыра. Ул киләсәккә ышаныс һәм өмөт өҫтәй. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров күп балалы ғаиләләрҙең яңғыҙ ҡалмаясағын вәғәҙәләй.