Өфө янындағы Михайловка һәм Суровка ауылдарында йәмәғәт транспорты мәсьәләһен хәл итәләр

Тулыраҡ: Өфө янындағы Михайловка һәм Суровка ауылдарында йәмәғәт транспорты мәсьәләһен хәл итәләр

Өфө янындағы Михайловка һәм Суровка ауылдарында йәмәғәт транспорты мәсьәләһен “Башавтотранс” ярҙамында хәл итәләр. Өфө үҙәгенән Затон, Михайловка һәм Суровка йүнәлешендә йөрөгән 107-се маршрут буйынса бығаса 1 автобус булһа, хәҙер уларҙың һаны 13-кә етте. Өҫтәмә транспорттың рейсҡа сығыуы легаль булмаған 280 һәм 284-се маршруттарҙы ябыу менән бәйле. Уларға ҡарағанда “Башавтотранс”та юл хаҡы ла арзаныраҡ. Әгәр “Газел”дәрҙә Өфөгә барып ҡайтыу 70 һумға төшһә, хәҙер пассажирҙар “Алға” картаһы менән бер яҡҡа 20 һум ғына түләй. Өҫтәүенә, “Башавтотранс”тың махсус программаһына ярашлы, сәғәт эсендә бер билет менән бер-нисә автобус алмаштырып була.