Янғантау –ЮНЕСКО-ның глобаль селтәренә ингән Рәсәйҙәге тәүге геопарк

Тулыраҡ: Янғантау –ЮНЕСКО-ның глобаль селтәренә ингән Рәсәйҙәге тәүге геопарк

Юғары статус аҫтында ЮНЕСКО-ның глобаль селтәренә ингән Янған-тау киләһе яҙҙан ишектәрен асасаҡ. Тәбиғәт паркына был күп мөмкинлектәр бирә. Иң мөһиме, был биләмәнең геологик төҙөлөшө халыҡ –ара кимәлдә өйрәнелеп, лайыҡлы яҡлау һәм һаҡлау табасаҡ.

Башҡортостандағы Торатау, Төнъяҡ Осетия һәм Алтайҙағы уникаль биләмәләр тиҙҙән халыҡ –ара танылыу аласаҡ.Был хаҡта донъя эксперттары асыҡ һәм тулы ышаныс менән белдерә.

Әммә ЮНЕСКО-ның глобаль селтәренә ингән Рәсәйҙәге тәүге геопарк ул – «Янғантау». Тап ошо сәбәпле махсус биләмәләрҙе булдырыу һәм ойоштороу буйынса конференцияны Башҡортостан геопаркы нигеҙендә үткәрергә ҡарар ителгән.

Геопарктың йөрәге ул – Янғантау һәм уның боҫланып ятҡан шишмәләре. Әлбиттә, был үҙенсәлекле биләмәнең бер өлөшө генә. Бөтә донъя ғалимдарын үҙенә йәлеп иткән тағы бер урын ул -Мәсетле киҫелеше . Был киҫелештә Ер шарының 5 миллион йыллыҡ тарихын күрергә була. Уның һәр бер ҡаты беҙ йәшәгән планетаның бер этабының сағылышы. Бында флора һәм фаунаның пермь этабына ҡараған һоҡланғыс өлгөләре һаҡланған.

Геологтар һәм туристар ағымы йыл әйләнәһенә туҡтамай. Алдағы 5 йылда туристар һаны тағы 3 тапҡыр артырға тейеш.

Эргәләге ауылдарҙың береһендә этномузей ойошторолған.Бында 20-се быуатта башҡорт ауылы халҡының көнкүреше менән танышырға мөмкин.

Был әлбиттә Янғантау глобаль геопаркын төҙөүҙәге эштәрҙең бер бәләкәй генә өлөшө. Шулай уҡ туристар өсөн яңы маршруттар әҙерләү, улар өсөн ял итеү урындары ойоштороу, ғилми эшмәкәрлекте көйләү. Янғантауҙың яңы статусы Юнеско тарафынан хупланған. халыҡ –ара ойошманың апрель айында үтәсәк ултырышында был ҡарарҙы йәнә раҫларға тейештәр.