Ҡаланың йәмәғәт үҫеше фонды менән ойошторолған республика проекты быйыл 17 тапҡыр үткәрелә. Балалар үҙҙәренең яҡшы эштәрен барлап, ҡыш бабайға хаттар яҙып ебәрә. Хаттарҙы Ҡыш бабайҙың ярҙамсылары ҡабул итә, ә Яңы йыл байрамы яҡынлашҡан һайын уларҙың һаны артҡандан арта. Ҡыштың төп тылсымсыһынан балалар нимә һорай? Был һорауға яуапты хәбәрсебеҙ белә.
Балалар тәүге тапҡыр ҡыштың төп тылсымсыһына хат яҙа. Улар аҡ ҡағыҙҙа йыл дауамында башҡарған изге эштәрен барлай. Балаларҙың хаттары бер-береһенән айырыла, теләктәре лә уларҙың төрлө.
Ҡыш бабайға хатты кескәйҙәр генә яҙмай. 9-сы класс уҡыусылары быйыл бөтә коллективтан бер хат яҙырға ҡарар иткән. "Хыял" волонтер отряды ағзалары йыл дауамында ветерандарға, балалар йорто тәрбиәләнеүселәренә ярҙам итә, улар өсөн байрам ойоштора. 2019 йылда үҫмерҙәр "яҡшылыҡ каникулға китмәй" бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулай һәм хатта ҡыш бабайҙан да үҙҙәре өсөн бүләк һорамай.
Ә Ҡыш бабайҙың штабында балаларҙың мөрәжәғәттәре ярайһы ғына йыйылған. Электрон адресҡа меңдән ашыу хат килһә, 200-ҙән ашыу хат ҡулдан яҙылып конвертта ебәрелгән. Һәр хатты Ҡыш бабайҙың ярҙамсылары уҡып сыға һәм конкурс шарттарына тура килгәнен һайлап ала. Талап буйынса, йыл дауамында башҡарған изге эштәрҙе яҙырға кәрәк. Ә бындай яҡшылыҡтар һаны йылдан — йыл арта.
Сағыу, матур итеп һүрәттәр һәм фотолар менән биҙәлгән хаттар Ҡыш бабайға барып етәсәк, ти яңы йыл тылсымсыһының ярҙамсылары. Хаттарҙы 1-се декабргә тиклем электрон почтаға ебәрергә, йәиһә ҡаланың йәмәғәт үҫтереү фондына килтерергә мөмкин. Шулай уҡ Российская урамы, 108-се йортҡа тәғәйенләп почта аша хат һалырға була. Еңеүселәр 6 ғинуарҙа үтәсәк шыршы байрамына саҡырыласаҡ.