Чесноковкала йәшәүселр насар еҫкә зарлана

Тулыраҡ: Чесноковкала йәшәүселр насар еҫкә зарлана

20 август Өфө районы барлыҡҡа килеүгә 85 йыл тулды. Барыһы 89 биләмәлә 80 меңгә яҡын кеше йәшәй. Юлдар һалына, яңы йорттар ҡалҡып сыға, төҙөкләндереү эштәре алып барыла. Шулай ҙа халыҡты борсолоуға һалған сетерекле хәлдәр ҙә килеп тыуа. Чесноковка ауылында йәшәүселәр беҙҙең редакцияға шылтыратып йәшәү шарттары менән уртаҡлашты. Ниндәй сәбәптәр арҡаһында улар йорттарынан балаларын сығармай? Ни өсөн әсәләр илай, ир-егеттәр көйә? Ҡаланан ситтә, тыныс, тәбиғәт ҡосағында һәм саф һауа. Чесноковка ҡасабаһына күсеп килеүселәр ҡасандыр ошо рәхәтлектәрҙе кисерергә хыялланһа, хәҙер, иһә, таҙартыу ҡоролмаһынан килгән еҫ беҙҙең тормрошобоҙҙо ағыулай, тип зарлана. Ә эпидемиологтар ҡоролма бөтә талаптарға ла яуап бирә, тигән ҡарар сығара. 2013 йылда эшләй башлаған таҙартыу ҡоролмаһы Спутник микрорайонының канализация ҡалдыҡтарын таҙартыу өсөн төҙөлә. Быға тиклем бер тәнҡитһеҙ эшләп килгән объектҡа яҡын йәшәүсе Чесноковка халҡы насар еҫ тоя башлай. Көн дә ауыр һауа менән һулай башлағас урындағы халыҡ ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенә мөрәжәғәт итә һәм анализдар нормала, тигән яуап ала. Йәш ғаиләләр балаларының сәләмәтлеге өсөн, олораҡтары ейәндәребеҙ хәҙер беҙгә килмәй башланы тип борсола. Насар еҫтең таралыу сәбәбен улар шәхси ойошмаларҙың автомобилдәре килеп ҡалдыҡтарҙы бушатыуҙа күрә. Таҙартыу ҡоролмаһы Шемәк торлаҡ-коммуналь хужалығына ҡарай. Шәхси ойошмалар менән дә эшләргә килешеүе бармы, юҡмы икәнлеге әлегә бер кемгә лә билдәһеҙ. Етәксе килмәне. Канализация ҡалдыҡтарын бушатыу өсөн килгән сираттағы йөк автомобиленең беҙҙең каналдың логотиптары яҙылған машинны күреү менән шлагбаумдан кире боролоп китеүен генә күҙәттек. Насар еҫ Чесноковка халҡын ғына түгел, Спутник биҫтәһендә йәшәүселәрҙе лә борсой. Өфө районы хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалығы белгестәре насар еҫтең сығанағы тап Спутник биҫтәһендә булыуын асыҡлаған. Был төп сәбәп түгел, тип һанай Чесноковка халҡы. Саф һауалы урынға күсеп китергә лә мөмкин, тик, биләмәлә йәшәүселәр быны мөмкин түгел тип һанай. Өфө районы хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалығы белгесе Азат Хәкимов, халыҡтың бөтә һорауҙарына ла яуап бирҙе һәм тәҡдимдәрен индерҙе. Мәсьәләне уртаға һалып һөйләшеү һәр ваҡыт ыңғай һөҙөмтә бирә. Был осраҡта иһә, был аҙнала ведомство-ара комиссия төҙөргә, тигән ҡарар тыуҙы. Унда Өфө райны хакимиәте, республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Роспотребнадзор, Щемяк торлаҡ-коммуналь хужалығы, Спутник микрорайоны хакимиәте белгестәре һәм Чесноковка халҡы инәсәк. Киләһе аҙнанан бөтә яҡлап тикшереү эштәре башлана.