Рәсәй-Ислам донъяһы

Тулыраҡ: Рәсәй-Ислам донъяһы

Иң кесе һәм үҙенсәлекле Ғәрәп дәүләттәренең береһе – Бахрейн вәкилдәре был көндәрҙә Өфөлә түрҙән уҙҙы. Оло ҡунаҡтар “Рәсәй-Ислам донъяһы” стратегик ҡараш төркөмөнөң бишенсе ултырышында ҡатнашыу өсөн килгәйне. Ҙур теләк менән улар башҡорт улының исемен мәңгеләштереүҙә ҡатнашты. Кем хаҡында һүҙ һәм ни өсөн Башҡортостан утрауҙар иле менән хеҙмәттәшлек ептәрен нығытырға килешкән?

Рәсәй ислам университетында Ҡөрьән уҡыу ҡағиҙәләрен 700-ҙән ашыу шәкерт өйрәнә. Был тәртипкә тиҫтә йыл ғына түгел. Өфөләге тарихи бинала йөҙ йыл элек үк “Ғәлиә” мәҙрәсәһе эшләгән. Коридор-баҫҡыстар тәүге шәкерттәрҙе хәтерләгәндәй. Улар араһында Кәрим Хакимов та булған.

Хәҙерге Бишбүләк районы Дүсән ауылында тыуып үҫкән Кәрим Хакимов донъяла Ҡыҙыл Паша булараҡ танылыу алған. Уның дипломат оҫталығы йәш совет республикаһы менән ғәрәп-фарси донъяһы араһында дуҫлыҡ мөнәсәбәттәренә нигеҙ һалған. Данлыҡлы яҡташыбыҙҙың тыуған көнө уңайынан ул уҡыған йортта иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылды. Был тантана Рәсәй дин әһелдәрен генә түгел сит ил ҡәрҙәштәрҙе һәм дипломаттың туғандарын берләштерҙе.

Башҡортостанда ислам диненең үҫешенә Фарсы боғаҙындағы утрау дәүләте Бахрейн короленең бер туғаны шәйех Абдулрахман бин Мөхәммәд Әл-Хәлифә һоҡланыуын белдерҙе. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе мөфтөй Тәлғәт Тажетдин менән йылы аралашҡандан һуң сит ил ҡунағы ихлас тәьҫораттарын уртаҡлашты.

Бахрейн короллеге Башҡортостан менән тығыҙ хеҙмәттәшлек өсөн мөмкинлектәр киң, тип иҫәпләй. Рәсми делегация вәкилдәрен ҡабул итеп Радий Хәбиров бындай юғары дәрәжәләге ҡунаҡтарҙы ҡаршылау беҙҙең өсөн оло хөрмәт, Башҡортостан иҡтисади, инвестициялар һәм мәҙәни-гуманитар өлкәлә хеҙмәттәшлеккә әҙер, тип белдерҙе. Рәсәй Федерацияһында милләттәр һәм конфессиялар иҫәбе буйынса икенсе урында килгән Башҡортостан быйыл ислам дәүләттәре вәкилдәренең стратегик ҡараш төркөмө ултырышын ҡабул итте. Республика Рәсәй исламы үҙәктәренең береһе булараҡ Яҡын Көнсығыш мосолмандарын электән ҡыҙыҡһындырған. Был күргәҙмәләге иң боронғо баҫма 17-се быуатҡа ҡарай.

Башҡортостан ынйылары менән ғәрәп-фарсы дәүләттәренән килгән ҡунаҡтар ҙа әүҙем ҡыҙыҡһынды. Рәсәй — Ислам донъяһы стратегик ҡараш төркөмө йыйыны иһә Өфөлә ике көн дауам итте. Уның сиктәрендә өс эшсе йыйылыш һәм төп пленар ултырыш үтте. Беренсе көн Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһының 50 йыллығы һәм Рәсәйҙең күренекле сәйәсәт эшмәкәре Евгений Примаковтың 90-йыллыҡ юбилейына арналды. Рәсәйҙең Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһы эргәһендәге даими вәкиле Рамазан Абдулатипов билдәләүенсә, йыйындың Өфөлә үтеүе осраҡлы түгел. Башҡортостан Рәсәйҙә халыҡ һәм конфессия-ара татыулыҡ өлгөһөн күрһәткән сағыу төбәктәрҙең береһе.

Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин тик имен һәм тыныс донъяла ғына туғандарса хеҙмәттәшлек итергә мөмкин, тигән фекерҙә. 2006 йылда “Рәсәй — ислам донъяһы” стратегик ҡараш төркөмөн ойоштороп беҙҙең ил донъялағы сәйәсәтен күп яҡлы ҡорғанын дәлилләне. Мосолман илдәре менән килешеп эш итеү – һуғыш-ыҙғыштарҙы иҫкәртер өсөн кәрәк.

Сираттағы бишенсе йыйынды ойоштороусылар конфессия-ара татыулыҡ мәсьәләләре тураһында фекер алышты. Донъяуи дәүләт дәһрилекте аңлатмай, кеше иманһыҙ йәшәй алмай, — был хәҡиҡәт йыйын барышында бер нисә тапҡыр яңғыраны. Ислам диненең тыныслыҡ һәм берҙәмлек ҡанундарын йәмғиәттә тәрбиәүи сара булараҡ ҡулланырға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта динде яуыз маҡсаттарға йүнәлтеүселәрҙән һаҡлау зарур.

Халыҡтар һәм конфессиялар-ара килешеүҙәрҙең дин генә түгел донъяуи мәсьәләләрҙә лә мөһимлеген ошо уҡ майҙанда ойошторолған ислам инвестиция форумы дәлилләне. Форум сиктәрендә Евгений Примаков исемендәге халыҡ-ара, Рөстәм Миңлеханов исемендәге милли премиялар тапшырыу тантанаһы үтте. Төркөмдөң ислам донъяһы менән стратегик диалог һәм партнерлыҡ фонды хеҙмәттәшебеҙ Ғәлимйн Ибәтуллинды “Рәсәй-Башҡортостан” телеканалында “Сәйәхәтсе һуҡмағы” циклындағы фильмдары өсөн лауреат дипломы менән бүләкләне.

Йыйынды Өфөгә саҡырып беҙ Ислам донъяһына Башҡортостандың ҡеүәтен күрһәтергә теләнек, тип белдерҙе “Рәсәй-ислам донъяһы” стратегик ҡараш төркөмө рәйесе Рөстәм Миңлеханов.

Ислам донъяһының иҡтисади мөмкинлектәре ҙур, сауҙа даирәләре киң, бындай осрашыуҙар дәүләттәр араһында иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтерә. Радий Хәбиров Башҡортостан менән Татарстан араһындағы уртаҡ тарих, мәҙәниәт һәм телде берҙәм эшмәкәрлектә ҡулланыу ике республиканы тағы ла нығыта, тип белдерҙе.

Рәсәйҙең сит ил эштәре министры урынбаҫары Михаил Богданов Башҡортостан етәкселегенә форумды өлгөлө ойошторған өсөн рәхмәт белдерҙе. Стратегик ҡараш төркөмөнөң киләһе йыйынын 2020 йылда Сәғүд Ғәрәбстаны ҡабул итәсәк. “Рәсәй – ислам донъяһы” стратегик ҡараш төркөмөнөң бишенсе йыйыны илдәр һәм халыҡтарҙы Ҡөрьән тәғлимәте буйынса изге ғәмәлдәр ҡылыуҙа ярышырға саҡырҙы. Мәртәбәле форумда ҡатнашыусылар фекеренсә, тик ошо ҡағиҙә менән донъяның именлегенә өлгәшергә мөмкин.