3 ғинуар бөтөнләй тыйырға, 4,5 һәм 6-һында сикләргә. Йылды нисек ҡаршы алһаң, шулай үтер тигәндәй, Башҡортостанда яңы йылды айыҡ аҡыл менән ҡаршыларға ҡарар ителде. Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә каникулдар ваҡытында эскелектә кәметеү буйынса саралар планы тәҡдим ителде. Был аҙнала парламентта ла хупланылар уны. Шулай итеп, 3 ғинуар хәмер һатыу бөтөнләй тыйыла, ә артабанғы 3 көндә спиртлы эсемлектәр иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 2-гә тиклем генә һатыла. Радий Хәбиров хоҡуҡ һаҡлау органдарына алкоголь һатырға маташыусыларға ҡаршы рейдтарҙы был көндәрҙә көсәйтергә саҡырҙы. Оҙайлы байрамдар файҙалы ла, күңелле лә үтһен өсөн “ғаилә каникулдары ойоштороласаҡ.
Хәмерһеҙ яңы йыл
Тулыраҡ: Хәмерһеҙ яңы йыл