Ғаиләлә, балалар баҡсаһында. Өфөлә башҡорт мөхитендәге мәктәпкәсә учреждениеларға ихтыяж ҙур. Ошо көндәрҙә Дим биҫтәһендәге Аҡбуҙат балалар баҡсаһында ясли төркөмө асылды. 20 урынға 40 ғариза, теләүселәр тағы сиратта.
Йәш әсә Елена Борисова ҡыҙының яңы балалар баҡсаһына йөрөүенә ҡыуанып бөтә алмай. Ике йәшлек Виктория ҡатнаш ғаиләлә тыуһа ла, рус телен генә яҡшы белә. Өйҙә бер телдә генә һөйләшкәнлектән, милли мөхит етешмәй, ти әсәһе. Өфөнөң Дим районындағы “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы үҙенең иркен, таҙа һәм башҡорт теле сифаттарын һаҡлап ҡалыуы менән йәлеп итә. Бында бөтәһе 12 төркөм эшләй. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы көндән-көн тиерлек сәскә ата тиһәк бер ҙә хата булмаҫ. Быйыл балалар баҡсаһында йәш ярымдан алып өс йәшкәсә тиклемге кескәйҙәр өсөн ясли төркөмө үҙ ишектәрен асты.
Хәҙер сабый тәрбиәләгән ата-әсәләрҙең иртә эшкә сығырға теләгәндәре бер кемгә лә сер түгел. Әммә бәләкәй баланы ҡалдырыу мәсьәләһе киҫкен тора. Ясли төркөмөнә йөрөйәсәк балалар бында үҙҙәрен яҡшы тоясаҡ, тип билдәләй хеҙмәткәрҙәр.
Тантанаға килгән ата-әсәләргә өлкән төркөм балалары концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Ясли төркөмөнә килеүсе сабыйҙар сара ваҡытында уҡ үҙ һәләттәрен күрһәтеп концерт номерҙарына ҡушылды. Концерт ҡарағандан һуң, ата-әсәләр бүлмә менән яҡындан танышты.
Кесе төркөмгә йөрөйәсәк егерме баланың йоҡо бүлмәһе иркен һәм йылы, матур карауаттар менән йыһазландырылған. Ҡом менән уйнай торған махсус йорт, бәләкәй генә өҫтәл, ултырғыстар- барыһы ла бәләкәстәр өсөн.
Был төркөмдә кескәйҙәр өсөн бөтә мөмкинлектәр булдырылған. Уйынсыҡтар уйнауҙан тыш, улар проектор аша төрлө йәнһүрәт ҡарай ала. Бының өсөн көн һайын ун минут ваҡыт бүленә.
Ата-әсәләр тәрбиәселәрҙең ихласлығынан тыш, хәүефһеҙлек талаптарының теүәл үтәлеүенә лә ҡыуана. Бынан алда кескәйҙәрҙе ата-әсәләр бер–ике сәғәткә генә ҡалдырған. Әлбиттә, тәүҙә уларға өйрәнеп китеүе ауырыраҡ ине, тип билдәләй балалар баҡсаһы мөдире. “Демография” милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә ясли төркөмдәрен булдырыуға һәр балаға бюджеттан 175 мең һум иҫәбенән аҡса бүленгән. Ата-әсәләргә ярҙам күрһәтеү-проектың төп маҡсаты.
Был аҙнала иһә Дим районында урынлашҡан 328-се балалар баҡсаһында ла ясли төркөмөнөң асылыуы көтөлә. Файҙаланыуға тапшырыласаҡ 252-се мәктәпкәсә учреждениеның да кескәйҙәр төркөмө буласаҡ.