Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге айырым ҡаҙаныштары башҡа төбәктәр өсөн өлгө булырға тейеш. Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова эш сәфәре менән Өфөлә булып ҡайтты.
Заманса технологиялар кеше һаулығы һағында. Хәҙер ашығыс медицина ярҙамы бригадалары ошондай планшеттар менән йыһазландырыла. Унда һәр пациент тураһындағы мәғлүмәт: ниндәй сирҙәре булыуы, хатта экг һөҙөмтәләре менән дә алдан танышырға мөмкин. Өфөләге һәм Стәрлетамаҡтағы берҙәм диспетчер үҙәгенең эшен илдең һаулыҡ һаҡлау министры юғары баһаланы. Министрға онкодиспансерҙа ла яңы ҡоролмаларҙың эшен күрһәттеләр. Һуңғы осорҙа республиканың радиологик хеҙмәте яҡшы яҡҡа ҙур үҙгәрештәр кисерҙе. Киләһе йылда иһә учреждение тағы ла ике яңы ҡорамал менән йыһазландырылырға тейеш.
Республика башлығы Радий Хәбиров һәм Сергей Чемезов менән Вероника Скворцова "Мать и дитя" клиникаһының эше менән дә танышты. Аҙаҡ мобиль фаптар һәм тиҙ ярҙам машиналары асҡыстарын тапшырыу тантанаһында ҡатнашты. Фельдшер-акушерлыҡ пункттары "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә алынған. Яңы машиналар стационар фельдшер-акушерлыҡ пункттары булмаған райондарға йүнәлтелә. Автобустарҙа табиптар өсөн барлыҡ уңайлы шарттар тыуҙырылған. Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә етди иғтибар бүленгәне яҡшы һөҙөмтәләрҙән күренеп тора, тине Вероника Скворцова.
2019 йыл аҙағынаса төбәк тағы ла ошондай 21 мобиль ФАП аласаҡ. Ә яҡын киләсәктә улар Башҡортостандың барлыҡ райондары ла булыр тип көтөлә. Был үҙ сиратында урындағы халыҡты беренсел медицина ярҙамы менән тулыһынса тәьмин итергә булышлыҡ итәсәк.