Йортто төҙөкләндереүгә кредит

Тулыраҡ: Йортто төҙөкләндереүгә кредит

Киләһе йылдан ауыл халҡы банктарға үҙҙәренең йорттарын төҙөкләндереүгә льготалы кредит һорап мөрәжәғәт итә ала. Хөкүмәт процент ставкаларын субсидиялай, улар ауыл халҡы өсөн 5 проценттан артмаҫҡа тейеш. Премьер-министр Дмитрий Медведев ауыл ерендә өйҙө төҙөкләндереү өсөн бирелгән ҡулланыу кредиттары буйынса алып еткерелмәгән килемде банктарға ҡайтарыу ҡағиҙәләрен раҫланы.

1 ғинуарҙан уҡ граждандар банктарға йортҡа электр, һыу һәм газ, йылытыу һәм канализация үткәреү, шулай уҡ подряд килешеүе буйынса торлаҡты ремонтлау өсөн кредит биреүҙе һорап мөрәжәғәт итә ала. Күпселек төбәктәр өсөн кредиттың күләме 250 мең һумға етә. Ленинград өлкәһендә һәм Алыҫ Көнсығыш төбәктәрендә йәшәүселәр 300 мең һумға тиклем алырға мөмкин.