Йәмәғәт транспортында юл хаҡын банк йә транспорт картаһы аша ҡабул итмәгән өсөн маршрутка хужаларына штраф һала башлаясаҡтар. Был турала хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә әйтелде. Радий Хәбиров ҡала, район-ара маршруттарҙа аҡса эшләүсе “Ларгус”тарҙы ла тикшереү кәрәклеге менән ризалашты.
Башҡортстанда йәмәғәт транспортында ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеү өсөн контроль-касса аппараттары урынлаштырылды. Әммә шәхси компанияларҙың 99 проценты уны теге йә был сәбәп менән ҡулланмай, яртыһында ул бөтөнләй файҙаланылмай тиелде хөкүмәттәге кәңәшмәлә. Сәбәптәре билдәле: килемде йәшереү, һалымдан ҡасыу. 2020 йылдың 1 июленән Федераль закон ғәмәлгә инә. Уға ярашлы, банк йә транспорт картаһы менән иҫәпләшеүҙе инҡар итеүселәргә ҡарата санкциялар буласаҡ.
Башҡортостан үҙ сиратында контроль-касса аппараттарын ҡулланмаған маршрут хужаларын лицензияһыҙ ҡалдырырға тәҡдим итә. Әле был туралағы закон проекты өйрәнелә. Юл һәм транспорт хужалығы буйынса дәүләт комитеты билет һатып алмаған пассажирҙарға ҡарата ла яза сараларын законда нығытырға тәҡдим итте. Радий Хәбиров был башланғысты кире ҡаҡты.
Сифат, әйткәндәй транспорттың техник торошона ғына түгел, уның эстетикаһына ла ҡағыла. Радий Хәбиров “Өфө урамдарында бысраҡ, серегән, емерек автобустарға урын юҡ” тине. Әгәр әле эшләгән шәхси компаниялар быны аңларға теләмәй икән, урынына икенселәр киләсәк. Йәмәғәт транспорты темаһын дауам итеп, был көндәрҙә Силәбе өлкәһендә теркәлгән аварияға туҡталып үтте Республика Башлығы. Сибай ҡалаһында йәшәүсе интернет аша пассажирҙар йыйып алып “Ларгус” автомобилендә ҡайтып килгән. Аварияла 4 кеше һәләк була. Ҡала һәм район-ара маршруттарҙа законһыҙ эшләгән шәхси водителдәр менән эште шулай уҡ көсәйтеү кәрәклеген белдерҙе Радий Хәбиров.
Оператив кәңәшмәнең көн тәртибенә сығарылған мәсьәләләр араһында яман шеш һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙарына бәйле үлем осраҡтарын кәметеү. Шулай итеп быйыл онкологияға бәйле статистика 6.2 процентҡа кәмегән. Шулай ҙа яман шеште тәүге стадияла асыҡлау өсөн белгестәр һәм заманса ҡоролмалар етешмәй тиелде. Инфаркт осраҡтары ла былтырғынан 15 проценҡа түбән, әммә билдәләнгән маҡсаттар әлегә ирешелмәгән. Ирешер маҡсаттар медицина өлкәһендә генә түгел, бар йүнәлештәрҙә лә 10 декабрҙә аныҡланасаҡ. Был көндә Радий Хәбиров Дәүләт йыйылышы Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай. Ошо уҡ көнгә республика яңы йыл төҫө алырға тейеш.