Байкал аръяғындағы юл транспорт фажиғәһенән һуң Башҡортостанда пассажир автобустары һәм күперҙәрҙең торошо ентекләп тикшереләсәк. Ошо хаҡта Тимур Мәхәмәтйәнов Республика хөкүмәтендә үткән транспорт сәғәте ултырышында белдерҙе. Тәү сиратта республика юлдарында пассажир йөрөтөүсе иң ҙур предприятие, “Башавтотранс” автобустары күҙәтеүгә алынасаҡ. Шулай уҡ юлдарҙа һауа шарттарына ярашлы, хәүефһеҙлек сараларын күреү, водителдәрҙең хәтеренә ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү зарурлығы төшөрөлә.
Йыл башынан республика юлдарында 422 кеше һәләк булған, был күрһәткес үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 18 процентка кәмерәк. Рәсәй күләмендә һандар икеләтә яҡшыраҡ. Шуға ҡарамаҫтан юл фажиғәләре ҡорбандары иҫәбенең абсолют күрһәткесе буйынса Башҡортостан ҡыҙыл зонала. Республика төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙа хәүефһеҙлек сараларын күреү әүҙем ойошторолған. Юл өҫтөнә юйылмай торған термопластик тамғалар һалына, Киләһе йылда юл хәрәкәтен даими видеокүҙәтеү камералары һанын бер меңгә еткереү көтөлә.