Быйыл Башҡортостанда 10 мең 800-ҙән ашыу янғын теркәлгән

Тулыраҡ: Быйыл Башҡортостанда 10 мең 800-ҙән ашыу янғын теркәлгән

Был уҙған йыл менән сағыштырғанда өс тапҡырға тиерлек күберәк. Һандарҙың ҡапыл үҙгәреүенә законға төҙәтмәләр индереү сәбәпсе. Утта һәләк булыусылар ҙа артҡан. Быйыл Башҡортостанда теркәлгән янғындарҙа 244 кешенең ғүмере өҙөлгән. Уларҙың унауһы – балалар. Уҙған йылда утта 44 кешегә аҙыраҡ ҡорбан булған. Балалар араһында ла ике тапҡырға кәмерәк ине. Ғәҙәттән тыш хәл осраҡтары Яңы йыл байрамдарында һәм каникулдары ваҡытында йыш теркәлә. Уларҙы булдырмау маҡсатында республикала 25-се ноябрҙән “Яңы йыл” операцияһы башланды.

Быйыл янғындарҙың артыуына законға төҙәтмәләр индереү сәбәпсе. Хәҙер, баҡсала сүп-сарҙы яндырһаң, ул да янғын тип иҫәпләнә. Ә 1-cе декабрҙән янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү менән шөғөлләнгән органдар балалар күп булған һәм пиротехника һатылған урындарҙы ныҡлап тикшерә башлай. Был эш план буйынса түгел, ә айырым алып барыла. Рейдтар закон боҙоуҙарҙы асыҡлау маҡсатында уҙғарыла. Ә Яңы йыл байрамдарында бөтә оператив хеҙмәттәр көсәйтелгән тәртиптә эшләйәсәк.

Яңы йылға бер ай самаһы ваҡыт бар, ә республикала электр гирляндыһынан янғын сыҡҡан. Әле ваҡиға буйынса тикшереү бара, әммә, шуныһы асыҡ билдәле, ут Яңы йыл биҙәүесенән башланған. Статистика буйынса, янғындарға иң тәүҙә ут менән һаҡһыҙ эш ите= сәбәпсе. Икенсе һәм өсөнсө урында электр ҡоролмалары һәм мейестәр менән дөрөҫ файҙаланмау, уларҙың төҙөк булмауы һәм башҡалар. Шуға күрә, барыһын да ваҡытында тикшереп торорға кәңәш итә белгестәр.