Стәрлетамаҡ районы йүнселдәре быйыл балһыҙ ҙа, умартаһыҙ ҙа ҡалған. Быға урындағы предприятие ғәйепле тип иҫәпләй халыҡ. Баҫыуҙарҙы ағыу менән эшкәртеү арҡаһында ҡорттар үлгән, фермерҙарҙың быға ҡарата үҙ фекере бар. Владимир Калганов ғүмер буйы умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Әммә быйыл уға 47 умартаһын алып ташларға тура килә.
Йәй уртаһында бал ҡорттары күпләп ҡырыла башлай. Сәбәбе – эргә-тирәләге баҫыуҙарҙы махсус ағыу менән эшкәртеү, тип һанай ул. Баҫыуҙағы майлы үҫемлектәрҙе пестицид менән ағыулау өсөн предприятие умартсалырҙы алдан иҫкәртергә тейеш булған. Тик бындай ҡағиҙәләр үтәлмәне, ти урындағы халыҡ. Стәрлетамаҡ районында ғына яҡынса 40 бал ҡорто күсе үлгән. Ауылда йәшәүселәр һөйләүенсә, емеш-еләк һәм башҡа ҡош-ҡорттар ҙа зыян күргән. Халыҡ кәрәкле инстанцияларға мөрәжәғәт итә, әммә боҙ һаман урынынан ҡуҙғалмай.
Ауылда йәшәүселәрҙең күбеһе бал ҡорттарын аҫрап килем ала. Инвалид Владимир Трошин умартсылыҡ менән күптән шөғөлләнә. Быйыл ул бал ҡорттарын ғына түгел, ә баҡсала үҫкән йәшелсә, еләктәр ҙә уңманы, тип зарлана.Баҫыуҙарҙы эшкәрткән “Дуҫлыҡ” предприятиеһы хеҙмәткәрҙәренә был хәл яҡшы таныш. Әммә әҙер булған анализ һөҙөмтәләре директор урынбаҫарын бер ҙә аптыратманы. Пестицидтар менән беҙ һаҡ ҡулландыҡ һәм, ғөмүмән, ағыу эштәрен төнөн генә үткәрҙек, шуға ла бал ҡорттарының үлеү сәбәбендә беҙ ғәйепле түгел, тип белгертте ул. Бал ҡорттарының ағыуланып үлеү осраҡтары Рәсәйҙең 33 төбәгендә теркәлде.
Эксперттар фекеренсә, пестицид һәм гербицидтарҙы контролһеҙ ҡулланыу бөжәктәрҙе юҡҡа сығара.Стәрлетамаҡ районы умартасылары енәйәт эше ҡуҙғатыуҙы һорап, прокуратураға мөрәжәғәт иткән. Бал ҡорттарының махсус ағыуҙан үлеүен иҫбатлау һәм матди зыян алыу – уларҙың төп маҡсаты. Әммә киләһе йылдарҙа ла сифатһыҙ ағыуҙы туҡтатып булырмы-был һорау әлегә асыҡ ҡала.