Еңеүҙең илле йыллығы скверында Чернобыль фажиғәһе эҙемтәһен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларҙы иҫкә алдылар. Чернобыль-күптәрҙең йөрәгендә уйылып ҡалған һәм ҡара эҙ ҡалдырған фажиғә. 1986 йылда Советтар Союзының иң ҡеүәтле атом электр станцияһында шартлау яңғырай. Тирә-йүнгә үлемесле радиация таралып, кеше һаулығына, бөтә тереклеккә ҙур зыян килтерә. Һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә республиканан ғына меңәрләгән кеше ҡатанаша. Башҡортостанда Чернобыль фажиғәһе һәм уның эҙемтәләрен бөтөрөү һөҙөмтәһендә зыян күргән өс меңдән ашыу кеше йәшәй. Фажиғәне иҫкә алыу сараһы йылына ике тапҡыр үткәрелә.
Өфөлә Чернобыль фажиғәһе эҙемтәһен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларҙы иҫкә алдылар
Тулыраҡ: Өфөлә Чернобыль фажиғәһе эҙемтәһен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларҙы иҫкә алдылар