Бөгөн Халыҡ-ара инвалидтар көнө билдәләнә

Тулыраҡ: Бөгөн Халыҡ-ара инвалидтар көнө билдәләнә

Башҡортостанда мөмкинлектәре сикләнгән 300 меңдән ашыу кеше йәшәй. Белгестәр әйтеүенсә, физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн бәләкәйҙән үк йәмғиәткә яраҡлашыу, аралашыу мөхите булдырыу зарур. Тик шул саҡта ғына улар юғары маҡсаттар ҡуйып, уңыштарға ирешергә теләп үҫәсәк. Республикала инвалидтарға даими ярҙам күрһәтелә. Яңыраҡ ҡына пенсионерҙарға һәм инвалидтарға туристик юлламалар хаҡының бер өлөшөн түләү өсөн сертификаттар тапшырыла башланы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм инвалидтар юлламалар менән сираттан тыш тәьмин ителә. Йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда бөтәһе 1,5 мең самаһы кешене юлламалар тәьмин итеү күҙаллана.