Өфөлә мөмкинлеге сикләнгәндәр араһында йәш дизайнерҙарҙың халыҡ-ара форумы үтте. Тыумыштан ауырыуға дусар булыусылар үҙҙәре теккән кейем менән таныштырҙы. Ниндәй ҙә булһа кейем теккәндә ҡыҙымдың теләген мотлаҡ үтәйем, ти Наталья Урванцева. Сираттағы күлдәк ябай түгел, ул сағыу төҫтә һәм үҙенсәлекле дизайнлы буласаҡ. Уртаһына тегеләсәк күҙ формаһы, керпектәр һәм күҙ йәштәре кешенең эске донъяһын аңлата,ти тегенселәр.
21 йәшлек ҡыҙҙың буш ваҡыты бөтөнләй юҡ тиерлек. Театрҙа төрлө ролдәрҙе башҡара, һабын ҡайната, ә әле иһә күлдәк эскиздары менән булыша. Ҡыҙ тәүҙә ҡағыҙға үҙе уйлап сығарған кейем һүрәтен төшөрә, һуңынан әҙер булған күлдәкте әсәһе менән бергә тегә.
Александра ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә яҡынса һигеҙ күлдәк теккән. Конкурстарҙа ҡатнашып, алдынғы урындар яулаусы ҡыҙ, төрлө дизайнерҙар менән аралашып, тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Өфөлә лә мөмкинлеге сикләнгәндәр араһында мода буйынса форумдар йыл да уҙғарылып тора. Быйыл “Йәш дизайнерҙар өсөн халыҡ-ара форум” мода менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы йәнә бер урынға йыйҙы.
Форумда бөтәһе өс команда ҡатнашырға теләк белдергән. Һәр береһенең сығышын халыҡ алҡышлап ҡабул итте.Мөмкинлеге сикләнгәндәргә иң мөһиме әхлаҡи яҡтан ярҙам итеү – “Йәш дизайнерҙар өсөн халыҡ-ара форум”дың төп маҡсаты.
Жюри ағзалары һәр команда эшен юғары баһаланы. Форумда ҡатнашыусылар матди ярҙам, төрлө төҫтәге туҡыма менән бүләкләнде. Сараны ойоштороусылар һүҙҙәренсә, мода менән ҡыҙыҡһыныусылар бихисап. Әммә уларҙың һәләттәрен үҫтерергә генә кәрәк. шуға ла киләһе йылдарҙа ла бындай саралар уҙғарыласаҡ.