Республикала тыуым кәмей

Тулыраҡ: Республикала тыуым кәмей

Үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда быйыл яңы тыуған сабыйҙар һаны 5 мең 608-гә әҙерәк. Үткән 10 айҙа Башҡортостанда дәүләт программаларының үтәлеше Республика хөкүмәте ултырышының көн тәртибенә сығарылды. 2019 йылда Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау, төҙөлөш, транспорт, туризм, экология, халыҡты социаль яҡлау, эшҡыуарлыҡ өлкәләрендә 32 программа документы бойомға ашырыла. Беренсе Вице-премьер Андрей Назаров белдереүенсә, улар республиканың киләһе өс йылға иҫәпләнгән бюджетының 95 процент биләй. Дәүләт программаларының уңышлы үтәлеше тармаҡтарҙы яңыртыуға һәм төбәктең тотороҡло үҫешенә булышлыҡ итә. Әле бойомға ашырыуға тәғәйен 1 мең 443 сараның 786-һы үтәлгән, ҡалған 657-һе ғәмәлдә ҡала. Премьер-министр урынбаҫары, республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдереүенсә, дәүләт программаларын Радий Хәбировтың сентябрь Указында билдәләнгән маҡсаттарға яраҡлаштырып ҡороу зарур.