Республика Башлығы Башҡортостан табиптарының ҡатмарлы операциялар яһау тәжрибәһен юғары баһаланы. Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡты. “Беҙҙең табиптар быйыл кеше ағзаларын күсереп ултыртыу буйынса 51 операция башҡарҙы, шул иҫәптән 7 пациентҡа йөрәк күсереп ултырттылар. Был күрһәткес буйынса Рәсәйҙә беҙ өсөнсө. Хирургияла трансплантация — иң ҡатмарлы операция һанала, был йүнәлештә беҙҙең тәүге баҫҡыста булыуыбыҙ ҙур клиникаларҙа эшләүсе табиптарыбыҙҙың юғары кваллификацияһы хаҡында һөйләй” – тип яҙҙы Радий Хәбиров. Хроник сирлеләрҙе әлегә тиклем яҡты донъя менән хушлашырға тип ҡайтарһалар, бөгөн беҙ операция яһап ғүмер бүләк итә алабыҙ. Юғары технологиялы медицина ярҙамы республикала үлем осраҡтарын кәметергә ярҙам итәсәк. Был маҡсатҡа йүнәлтелгән миллиондар һис шикһеҙ үҙен аҡлай тигән фекерҙә республика Башлығы.
Медицинала тәүгеләр рәтендә
Тулыраҡ: Медицинала тәүгеләр рәтендә