Республика кардиохирургтары йөрәккә гибрид операция яһаны

Тулыраҡ: Республика кардиохирургтары йөрәккә гибрид операция яһаны

Ул аортаға махсус протез ҡуйыу. Өфө табиптарының заманса тәжрибәһен Рәсәй субьекттары белгестәре лә тура эфирҙа ҡараны. 68 йәшлек пациент быға тиклем дә бер-нисә тапҡыр ауыр операциялар үткәргән. Ә йөрәккә яһалғаны улар араһындағы иң ҡатмарлыһы. Аортаның эске өлөшөнә протездар ҡуйыу Башҡортостан табиптары өсөн дә ауыр һынау. Хирургтар ҡан тамырының бер өлөшөн алыштырып ҡуйыуҙан тыш, уны стент-графт менән нығытҡан.

Ике сәғәткә һуҙылған операция барышын илдең йөрәк-ҡан тамырҙарын дауалау буйынса иң билдәле үҙәктәре табиптары ла утра эфирҙа күҙәтә алды. “Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен дауалау” төбәк программаһы сиктәрендә ойошторолған махсус дәрес хәҙер даими үткәрелеп тора. Ә республика белгестәренең алдынғы тәжрибәһе ил кимәлендә танылыу тапҡан.

Өфөләге кардиоүҙәктең үҫешен айырым баһаларға кәрәк. Был технологияһыҙ дауахананы күҙ алдына ла килтереп булмай. Өфө кардиологтары ошондай йөҙгә яҡын опеарция яһаған. Әйткәндәй, клиника йыл һайын оаператив дауалауҙың яҡынса биш йүнәлешен үҙләштерә.