Республикала Яңы йыл байрамына 1 мең 634 урман ағасы һәм 148 яһалма шыршы ҡуйыла. Беренсе тапҡыр туғыҙ ҡала үҙәгендәге төп майҙандарҙы пикселле ҡорамалдарҙан торған, өҫтө диодлы уттар менән ябылған яһалма шыршылар биҙәй. Быйылғы Яңы йыл байрамының үҙенсәлекле яңылыҡтары ла бар. Мәҫәлән, Өфөнөң Ленин исемендәге майҙандағы боҙ ҡаласығында итальян компанияһы эшләгән иллюминация паннолары ҡуйыла. Башҡортостанда яңы йыл алдынан 9 ҡаланы байрамса яҡтыртыу өсөн 115 миллион һум тотонола. Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Ишембай һәм башҡа ҡалаларҙа 100-гә яҡын ҡоролма урынлаштырыла. Уларҙың иң ҡиммәтлеһе — Өфөләге 20 миллион һумлыҡ яһалма шыршы. Аҡса республика ҡаҙнаһынан бүленә.
Башҡортостан ҡалаларын Яңы йылға итальяндар биҙәй
Тулыраҡ: Башҡортостан ҡалаларын Яңы йылға итальяндар биҙәй