Уптино ауылы халҡы урамда яҡтыртҡыс ҡорамалдар ҡуйылмауына зарлана.Электр энергияһы менән тәьмин итеүселәп иҫке ҡоролманы һүтеп алған, ә яңыһын ҡуйырға ашыҡмайҙар.
Уптино ауылындағы Лучистая урамының исеме есеменә тап килгән. Нурланып тормаһа ла эргә- тирәләге берҙән-бер яҡтыртылған урам. Фонарҙарҙы ла был урамда йәшәүселәр үҙҙәре, үҙ аҡсаҙына ҡуйған. Әлбиттә, һәр кем үҙ йорто алдына. Ә эргәләге километр ярымлыҡ икенсе урам төн етеүгә ҡараңғылыҡҡа сума. Ата-әсәләр үҙҙәренең балалары өсөн хәүефләнә. Сөнки күҙ бәйләнеүгә тыҡрыҡтарҙа берәҙәк эттәр ҙә күп йөрөй.
Барлығы 12 урам светһыҙ ҡалған, йәмғеһе 250 йорт.Октябрь айында эшселәр иҫке электр бүлеү селтәрен һүтергә килгәс ауыл халҡы, тиҙҙән яңы ҡоролма сафҡа инәсәк, тип иртәрәк шатланған икән. Ике ай ваҡыт үткән. Яңыһы һаман да ҡуйылмаған.
Тома ҡараңғылыҡта йәшәп булмай. Халыҡ яҡтыртҡыстарҙы үҙҙәре ҡуйырға мәжбүр. Шарттарға ярашлы, свет өсөн хаҡты ла үҙҙәренең кеҫәһенән түләй. Әммә урындағы халыҡ үҙаллы хәл итә алмаған тағы бер мәсьәлә, ул — автобус туҡталыштарының яҡтыртылмауы.
Әлбиттә, йәйәүлеләр өсөн үткәүелдәр билдәләнгән. Тик водителдәрҙең ҡараңғылыҡтан килеп сыҡҡан кешене күрмәүҙәре ихтимал. Ауыл биләмәһе советы хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, иҫке электр бүлеү селтәрен законһыҙ урынлаштырылғаны өсөн һүтергә мәжбүр булғандар. Яңыһын рәсми рәүештә рөхсәт алып тоташтырыу өсөн ваҡыт талап ителә.
Уптиноға яҡтылыҡ ҡасан киләсәк? Хакимиәт етәкселеге был һорауға аныҡ ҡына яуа бирмәне. Әммә беҙҙең телерадиокомпания ҡараңғы урамдар темаһын сағылдырып тора. Мәҫәлән, Тихая Слобода ҡасабаһындағы балаларҙың ҡараңғыла зыярат һәм гараждар аша мәктәпкә йөрөүе хаҡында Хәбәрҙәр тапшырыуында күрһәткәс яҡтыртҡыстар ҡуйылды. Уптино ауылы халҡы ла тиҙҙән яҡтылыҡ килеүенә ҡыуаныр, тигән ышаныс ҡала.