Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” сәйәси фирҡәһенең Президиум ағзалары хәҙер планшет ҡулланып эшләйәсәк. Ошондай башланғысты Республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдим итте. Радий Фәрит улы партияның төбәк бүлексәһе Секретары вазифаһында беренсе Президиум ултырышын уҙғарҙы. Кәңәшмәләр хәҙер ҡағыҙға бәйле сығымдар талап итмәй. Һаҡсыллыҡты планшеттар ҡулланыу тәьмин итә. Фирҡә вәкилдәре Башҡортостан башлығы тәҡдим иткән Яңы йыл байрамдарында иҫерткес эсемлектәр һатыуҙы тыйған башланғысты хуплап сыҡты. Был көндәрҙә хоҡуҡ һаҡлау органдары ғына түгел, депутаттар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә рейдтарға сыға.
Башҡортостандан 27 Рәсәй геройы сыҡҡан, илдең башҡа төбәктәрендә былсама ҡаһарман юҡ. Президиум ағзалары “Герой партаһы” партия проектын башлау инициативаһы менән сыҡты. Мәктәптәрҙә урынлаштырыласаҡ герой парталары яҡташтарыбыҙҙың батырлығы тураһында бәйән итәсәк.