Эльбрус Ниғмәтуллин Өфөлә скандинав йөрөү күнекмәләрен ойошторҙо

Тулыраҡ: Эльбрус Ниғмәтуллин Өфөлә скандинав йөрөү күнекмәләрен ойошторҙо

Был спорт төрөнөң һаулыҡҡа файҙаһын беҙҙең хәбәрсебеҙ белеште. Эльбрус Ниғмәтуллин скандинав йәйәү йөрөү клубы ҡатнашыусылары менән осрашыунда үҙе лә был спорт төрө менән мауығып китеү серен асты. Ауыр штангаларҙы күтәреп өйрәнгән спортсы тәүҙә көрәк таяҡтарын ҡулына тотоп шөғөлләнә башлаған. Әммә уларҙың әллә ни файҙаһын тоймай, профессионал таяҡ һатып ала һәм бер аҙҙан башҡа кешеләрҙе лә өйрәтә башлай. Силәбелә әле 400-ҙән ашыу кеше уның менән бергә шөғөлләнә икән. Ә Өфөлә бындай осрашыуҙы беренсе тапҡыр ойоштора ул.

Ысынлап та, саф һауала ике таяҡ менән йөрөү бер яҡтан ял итеү сараһы кеүек, әммә Эльбрус Ниғмәтуллин ҙур спорттан киткәндән һуң ошо рәүешле үҙ формаһына кире ҡайта. Бицепс һәм трицепстарҙы нығытыу өсөн түгел, ә йөрөкте һауыҡтырыу өсөн, ти профессиональ спортсы. Скандинав йәйәү йөрөү алымы менән олоһо ла, кесеһе лә таныш. Осрашыуға 100-ҙән ашыу кеше килгән.

Күнекмә 1 сәғәткә яҡын дауам итте. Һуңынан күмәкләп сәк-сәк менән сәй ҙә эсеп алдылар. Эльбрус Ниғмәтуллин был физик күнекмәнең төрөн әүҙемләштерергә һәм уға йәштәрҙе йәлеп итергә ниәтләй.

Эльбрус Ниғмәтуллин Өфө халҡы менән әүҙем аралашҡан арала киләсәктә бында күсеп килергә теләүен белдерҙе һәм киләһе йылда башҡалала спорт үҙәген асыуы хаҡында ла әйтте.