Милли кейем – халыҡтың быуаттар буйы һаҡланып килгән ҡомартҡыһы

Тулыраҡ: Милли кейем – халыҡтың быуаттар буйы һаҡланып килгән ҡомартҡыһы

Һуңғы арала милли йолалар, төрлө конкурстар ярҙамында милли кейемдәрҙе тергеҙеү эше йәнләнә. Быға рухлы, юғары әҙерлекле кешеләрҙең булыуы ла ярҙам итә. Өфө ҡалаһынан рәссам-модельер Сәрүәр Аслаева – шулар иҫәбендә.

Өфө районында йәшәүсе Сәрүәр Ғилметдин ҡыҙы сираттағы милли кейем тегә. Оҫта өсөн ул кейем генә түгел, ә ижад емеше. Яратҡан эш бер ваҡытта ла ялҡытмай. Шуға ла оҫтабикә, кәрәккәндә, төндәрен дә ошо шөғөлгә бағышлай.

Сәрүәр Аслаеваның милли кейемдәр тегә башлау менән мауығыуына Карауан-һарай егеттәре этәргес бирә.

Милли костюм тегеү еңел эш түгел. Сәрүәр апайға төрлө ырыу вәкилдәренә милли костюм тегер алдынан тарихҡа сумырға, төрлө биҙәктәрҙе ентекләп өйрәнергә тура килә. Үҙ костюмдарымда мин тарихты тергеҙәм, тип ғорурлана ул. Күптән түгел генә Сәрүәр Ғилмитдин ҡыҙы ҡурсаҡтар өсөн дә зауыҡлы милли кейемдәр тегә башлаған.

Милли кейем – халыҡтың быуаттар буйы һаҡланып килгән ҡомартҡыһы. Ошо байлыҡ – сигеү-нағыштар, мәрйендән селтәрләп яһалған биҙәүестәр, көмөштән сүкеп һалынған биҙәктәр, заманлаштырып тегелгән милли орнаментлы кейемдәр – һуңғы арала милләтттәштәребеҙ араһында киң танылыу яулай бара.

Сәрүәр Ғилмитдин ҡыҙы Башҡортостанда, Рәсәйҙә йәрминкә-күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре лә ойоштора. Унда ҡашмау, селтәр, хатта костюмдар тегеү серҙәренә өйрәтә. Рәссам-модельерҙың иң ҙур хыялы ла бар – үҙенең шәхси күргәҙмәһен ойоштороп сит илгә сығыу һәм тыуған яҡтан алыҫта йәшәүселәрҙе лә был эшкә ылыҡтырыу.