Башҡортостан сноуборд оҫталарын ҡаршылай

Тулыраҡ: Башҡортостан сноуборд оҫталарын ҡаршылай

«Яҡтыкүл» тау саңғыһы үҙәгендә 16 илдән 200 спортсы параллель слаломда һәм параллель слалом-гигантта ярыша. Этапта ике тапҡыр олимпия чемпионы Вик Уайлд та ҡатнаша. Уҙған миҙгел йомғаҡтары буйынса, ҡатын-ҡыҙҙар араһында параллель дисциплиналарҙа донъяның иң шәп сноубордсылары иҫәбенә Рәсәйҙән донъя чемпионатының көмөш призеры Наталья Соболева һәм Милена Быкова инде. Башҡортостан исеменән Донъя кубогында Өфөнөң тау саңғыһы спорты буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Елизавета Сәлихова сығыш яһай.