Радий Хәбиров Алыҫ Көнсығышҡа вахта менән эшкә китеп ҡатмарлы хәлдә ҡалған яҡташтарыбыҙға ярҙам күрһәтеләсәге хаҡында хәбәр итте. Был турала Республика Башлығы социаль селтәрҙәрҙәге шәхси сәхифәләрендә яҙып сыҡты.
Бер нисә көн элек интернет селтәрендә сыҡҡан видео киң резонанс тыуҙырҙы. Яҙманан күренеүенсә, бер төркөм эшселәр йыйылып ниндәй хәлдә ҡалыуҙарын һөйләй. “Өфөнефтемаш” компанияһы аша эшкә киткән вахтасылар айҙар дауамында хеҙмәт хаҡы алмауҙары, хатта юллыҡ та аҡсалары булмауы хаҡында хәбәр итә. Был хәлде Республика Башлығы ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырманы. “Владивостоктағы хәл тураһында ишетеү менән мин Хеҙмәт инспекцияһы һәм министрлығына тикшереү башларға ҡуштым. Бындай ғәҙелһеҙлеккә юл ҡуйған эш биреүсе законға ярашлы язаһын аласаҡ” – тип яҙып сыҡты Радий Фәрит улы.
“Өфөнефтемаш” предприятиеһы вәкилдәренең быға ҡарата үҙ фекере. Вахта менән эшкә киткән хеҙмәткәрҙәрен етәкселек ялҡаулыҡта ғәйепләй. Ойошма үҙ сиратында эшселәрҙең хоҡуҡтары бөтөнләй боҙолмай тип аҡлана. Хеҙмәт шарттары үтәлә, ә эш хаҡын ваҡытында алмауҙарында улар үҙҙәре ғәйепле тине ойошма етәксеһе. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда Владивостоктағы эшселәрҙең артабанғы яҙмышы ла хәл ителгән.