Йәмәғәтселек Өфөләге авария хәлендәге белем усағының яҙмышы өсөн борсола. Санитар, төҙөлөш нормалары һәм янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре үтәлмәүе, өҫтәүенә, бинаның бер өлөшөнә емерелеү хәүефе янағаны өсөн прокуратура ҡарары менән 23-сө мәктәпте япҡандары тураһында программабыҙҙың башҡа сығарылыштарында хәбәр иткәйнек. Ә хәҙер редакцияға ата-әсәләр мөрәжәғәт итте.
Ҡапҡа ябыҡ, тәҙрәләргә арҡыры таҡталар ҡағылған. Яңы ғына балалар тауышынан гөрләп торған был белем усағында хәҙер тынлыҡ хөкөм һөрә. Өфөнөң 23-сө мәктәбе яңы уҡыу йылында бер ай самаһы ғына эшләп өлгөргән. Бинаның бер өлөшө ныҡ таушалғанға күрә, прокуратура ҡарары менән уҡыу йорто октябрь башында ябыла.
23-сө мәктәп уҡыусылары әле 15-се мәғариф үҙәгендә белем ала. Икенсе учреждениеға күскәндән һуң, балаларға икенсе сменала уҡырға тура килә. Бинаның артабанғы яҙмышына бәйле билдәһеҙлектән ата-әсәләр ҙә борсола. Ҡала хакимиәтендә лә аныҡ ҡына яуап ҡайтармайҙар. Мәктәпте бөтөнләй ябып, 15-се мәғариф үҙәге менән берләштерәләр тигән имештәр ҙә ишетелә.
Ысынлап та, 23-сө мәктәптә күп кенә билдәде шәхестәр уҡып сыҡҡан. Улар ҙа белем усағының артабанғы яҙышына битараф түгел. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Эльмира Саматова, уның ҡыҙҙары ла тап ошо мәктәптә белем алған. Уҡып бөткәс тә, бында килеп төрлө саралар, осрашыуҙар үткәрә инек, ти. Ә хәҙер ябыҡ ишектәр ҡаршы алғас, күҙҙәренә йәштәр тығылды.
Әлегә мәктәпте берәү ҙә юҡ итергә йыйынмай, авария хәлендәге бинаны төҙөкләндерергә планлаштырабыҙ, тип тынысландырҙылар ата-әсәләрҙе ҡала хакимиәтендә. Реконструкция ҡасан башланыры — әлегә билдәһеҙ. Әммә, уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа яҡын арала тыуған мәктәбенә кире ҡайтырҙарына өмөт итә.