Башҡортостан табиптары ауыр йәрәхәтле егетте аяҡҡа баҫтырҙы

Тулыраҡ: Башҡортостан табиптары ауыр йәрәхәтле егетте аяҡҡа баҫтырҙы

Батутта акробатик трюк башҡарам тип 22 йәшлек егет муйынын һындырған. Башҡорт эстрадаһында уны рэп уҡыусы музыкант тип беләләр. Егеттең яңынан аяҡҡа баҫып китеүенә бәләкәй генә өмөт сатҡыһы була. Әммә Өфө нейрохирургтары мөғжизә атҡара алған. Сәлимә Исламованың репортажында.

Интернет киңлектәрендәге ошо видеоны күптәр күргәндер. Әҙерлекһеҙ бындай трюктарҙы эшләү ҡәтғи тыйыла! Өфөнөң батут үҙәктәренең береһендә сальто эшләйем тип муйынын һындырған егеттең исеме Аҡегет Вәлитов. Акробатика менән 12 йыл тирәһе шөғөлләнә егет. Тыуған көнөнән һуң дуҫтары алдында үҙе өсөн әле ҡатмарлы һанаған, ике әйләнешле сальто эшләргә ҡарар итә һәм бәләгә тарый. Тиҙ ярҙам машинаһында егетте башҡаланың 21-се дауаханаһына килтерәләр. Табиптар ике муйын умыртҡалары һынған һәм ситкә тайған тигән диагноз ҡуя. Бындай йәрәһәттән һуң яңынан аяҡҡа баҫыуға өмөт булмай. Әммә Өфө табиптарының эшен мөғжизәгә тиңләргә була.

Аҡегеттең муйынына ҡорос протез ҡуялар. Ике айҙан үҙ аяғында тора башлай. Бәхеткә күрә, егеттең арҡа мейеһе йәрәхәтләнмәгән, юғиһә хәл күпкә аяныслы булыр ине, тей нейрохирург Искәндәр Самцов.

Реабилитация бүлегендә Аҡегет бер ай самһы була. Ике аҙна тирәһе коляскала, артабан үҙ аяғына баҫа. Барлыҡ һынауҙарҙы үтергә Аҡегеткә ағаһы Алтынай ярҙам итә. Ағалы ҡустылы Вәлитовтар әйтеүенсә, тәүәкәллек һәр эштә лә кәрәк. Спорт, акробатика менән улар бала саҡтан шөғөлләнә. Сәхнәлә лә бергә сығыш яһайҙар. Башҡорт телендә рэп уҡыйҙар, номерҙарын төрлө трюктар менән тулыландыралар. Аҡегеттең бәләгә тарығанын белгәс егеттәрҙең ижадын үҙ итеүселәр араһында ярҙам итергә теләүселәр күп була.

Аҡегеттең әле һул ҡулы ауырыраҡ эшләй. Үҙ аяғымда йөрөй алғас, ҡалғаны яйға һалыныр, ваҡыт кәрәк, тей сәмле егет. Бер нисә көн элек сәхнәгә лә сығырға өлгөргән ул. Ағаһы Алтынай Вәлитовтың шәхсән концертында өр-яңы йыры менән сығыш яһаған.

Батут үҙәгенә егеттәрҙең дәғүәһе юҡ. Сөнки инструктор ярҙамынан Аҡегет үҙе баш тартҡан. Бәхетһеҙ осраҡтың шаһиты булған спортсмен Татьяна Козлованың фекеренсә, бындай эштә үҙ-үҙеңә артыҡ ышанырға ярамай

Батут үҙәге мөдире әйтеүенсә, майҙансыҡтың техник торошон һәм конструкцияларҙың төҙөклөгөн көн һайын тикшереп торалар. Ә көн дауамында бер нисә инструктор хәүефһеҙлек ткхникаһы өсөн яуап бирә. Аҡегеткә хәҙер йыл дауамында реабилитациялау талап ителә. Киләсәктә акробатика менән шөғөлләнеүҙе табиптар тыймай. Әлегә егет үҙ –аллы урамға сыға башлаған. Ижад һәм Спорт менән шөғөлләнеүен дауам итергә уйлай. Ә ҡатмарлы элементтарҙы, әлбиттә, уйлап ҡына башҡарасаҡ.