Башҡорттар хәҙер Рәсәй күләмендә милли мәнфәғәттәрен яҡлауға дәғүә итә ала

Тулыраҡ: Башҡорттар хәҙер Рәсәй күләмендә милли мәнфәғәттәрен яҡлауға дәғүә итә ала

Дәүләт закондарына ярашлы, Өфөлә башҡорттарҙың федераль милли-мәҙәни автономияһын ойоштороу съезы үтте. Форумда Мәскәү, Силәбе, Свердловск, Волгоград, Тверь өлкәләре, Татарстан, Коми рсепубликалары, Ханты-Мансы, Ямал-Ненец округтарынан 50-нән ашыу делегат ҡатнашты. Улар үҙҙәре йәшәгән төбәктәрҙә милли йәмәғәт ойошмаларын туплап башҡорт халҡының тарихы һәм телен һаҡлау менән үҫтереүгә йүнәлтелгән сәйәсәт алып бара. Республика башлығы Радий Хәбиров съезд делегаттарын тәбрикләп, федераль милли-мәҙәни автономия халҡыбыҙ өсөн берләштереүсе көскә әйләнер, тигән өмөт белдерҙе. Милләт вәкилдәре автономияға берләшкәндән һуң Рәсәйҙең ҡайһы төбәгендә йәшәүенә ҡарамаҫтан муниципаль, төбәк һәм федераль кимәлдә законға ярашлы этно сәйәсәт алып барырға хоҡуҡлы.