Башҡорт дәүләт академия драма театры 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Мәртәбәле байрам менән коллективты Рәсәй президенты Владимир Путин да ҡотланы. Башҡорт дәүләт театры борондан алып илебеҙҙең күп милләтле мәҙәниәтен үҫтереүгә тос өлөш индерә, тиелә телеграммала. Ә республика башлығы Радий Хәбиров театр артистарына дәүләт наградалы һәм маҡтаулы исемдәр тапшырҙы. Башҡорт дәүләт академия драма театры алдында тынлыҡ. 100 йыллыҡ юбилейын билдәләгән боронғо театрҙарҙың бинаһында реконструкция эштәре бара. Ваҡытлыса артистар опера һәм балет театрында төпләнде. Ҡыҙыл армеецтар, матростар, сағыу күлдәктәр кейгән ҡатын-ҡыҙҙар, листовкалар таратып йөрөүсе балалар – театрға килеп инеү менән 1919 йылға әйләнеп ҡайтаһың. Иҫтәлекле дата уңайынан, фойела 100 йыл элек булған ваҡиғаны – театрҙың асылыу көнөн сәхнәләштергәндәр. Артистарҙың кейемдәре, декорациялар, аяҡ кейемен таҙартыусы, гәзит таратыусы һәм башҡа персонаждар ҙа ошо дәүерҙәге мөхитте тыуҙыра. Артабан тамаша сәхнәлә дауам итте. Артистар театрҙың ҡатмарлы һәм маҡтаулы тарихи юлына байҡау яһаны. Ул 1919 йылда Стәрлетамаҡта беренсе тапҡыр ишектәрен аса. Өфөгә инде 1922 йылда күсерелә. Ә әлеге урынында башдрамтеатр 1965 йылда төпләнгән. Бөйөк Ватан һуғышы, аслыҡ йылдары, репрессиялар – ниндәй генә ауыр ваҡиғалар булмаһын, театр бер көнгә лә үҙ ишектәрен япмаған. Хатта фронтта ла үҙ эшмәкәрлеген дауам иткән. Ошо бер быуатлыҡ тарихты үҙ эсенә алған китаптың презентацияһы ла үтте. Тәүгеләрҙән булып театрҙы юбилейы менән республика башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Башҡорт дәүләт академия драма театры беҙҙең күп милләтле мәҙәниәтебеҙ символы булыуы менән ғорурланабыҙ, тине Радий Фәрит улы. Башҡорт мәҙәниәтен, йолаларҙы, туған телде һаҡлап килгәндәре һәм халыҡҡа таратҡандары өсөн театр хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерҙе төбәк башлығы. Хеҙмәтенә күрә баһаһы. Республика етәксеһе театрҙа оҙаҡ йылдар эшләп, уның үҫешенә тос өлөш индергән актерҙарға дәүләт наградалары һәм тапшырҙы. Илһөйәр Ғизетдинова, Илдар Ғүмәров һәм Илдар Сәйетов “Халыҡтар дуҫлығы” ордены, ә Хөрмәтулла Үтәшев Салауат Юлаев ордены менән тәбрикләнде. Башҡортостандың халыҡ һәм атҡаҙанған артистары тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булыуслар ҙа бихисап. Ысынлап та, театрҙың уңышлығы актерҙарҙың, режиссерҙарҙың оҫталығынан, етәкселектең тәжрибәлегенән тора. Улар ижад иткән легендар спектаклдәр республика мәҙәниәтенең алтын фондын тәшкил итә һәм тамашасы күңелендә мәңге йәшәй.
Бер быуатҡа тиң тарих
Тулыраҡ: Бер быуатҡа тиң тарих