Хыялдарға ирешер өсөн күп көс түгеп эшләргә кәрәк

Тулыраҡ: Хыялдарға ирешер өсөн күп көс түгеп эшләргә кәрәк

Тыумыштан мускулдар атрофияһы менән ауырыусы Александр Захаров ошондай девиз менән йәшәй. Хәрәкәтләнә алмауы, егеткә үҙ эше менән шөғөлләнергә бер ҙә ҡамасауламай. Ул компьютерҙа күҙ ярҙамында программалар эшләй, китаптар уҡый, сәйәхәт итә. Бәләкәй саҡта төшкән фотоһүрәттәргә күҙ һалғаң, Александр Захаров башҡа балаларҙан бер ҙә айырылмай. Тәүҙә ул ғәҙәти сабыйҙар кеүек үҫешә, тик туғыҙынсы айҙа ата-әсәһе балаһының насар хәрәкәтләнеүен һиҙеп ҡала. Кәрәкле анализдар тапшырғас, табиптар уға мускулдар атрофияһы сире диагнозын асыҡлай. Был генетик сир һирәк осрай. Уны Рәсәйҙә дауалау мөмкин түгел, сифатлы дарыуҙар тик сит илдәрҙә генә бар. Хаҡы ла уның яҡынса 32 миллион һумға барып етә. Сир Александрҙың тәүҙә аяҡтарын, ә былтыр иһә ҡулдарын хәрәкәтһеҙләндергән. Александр һөнәре буйынса маркетолог. Аяҡ-ҡулдары хәрәкәтләнә алмауына ҡарамаҫтан, егет ваҡытын бушҡа үткәрмәй. Әле иһә ул компьютерҙа мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн махсус программалар эшләү менән мәшғүл. Компьютерҙағы курсор егеттең күҙ ҡарашы ярҙамында хәрәкәткә килә. Был программа ҡулдары хәрәкәтләнмәгән инвалидтар өсөн тәғәйенләнеп эшләнелә. Күҙҙәр ярҙамында компьютерҙа уйын уйнау ғына түгел, ә яҙышып та була, ти егет. Хыялдарын тормошҡа ашырырға уға яҡындары ярҙам иткән. Күптән түгел, ул һөйгән йәрен дә осрата. Егет ныҡышмал, тырыш булыуы менән арбаны, ти йәш рәссам Диана. Тыумыштан инвалид булыу — бәхетле йәшәргә кәртә булырға тейеш түгел, тип һанай Александр. Мөмкинлектәре сикләнгәндәргә ярҙам итеү, киләсәктә өйләнеп, айырым фатир алыу-йәштәрҙең ҙур хыялы. Уның тормошҡа ашыуына Александр бөтә күңеле менән ышана.