Өфөлә художестволы гимнастика буйынса республика турниры һәм Башҡортостан чемпионаты үтә

Тулыраҡ: Өфөлә художестволы гимнастика буйынса республика турниры һәм Башҡортостан чемпионаты үтә

Ярышта Волга буйы Федераль округының төрлө өлкәләренән 600-ҙән ашыу йәш спортсы ҡатнашты. 11 йәшлек Самина Тажетдинова сығыш алдынан иптәштәре менән күнекмәләр эшләй. Был уларҙың беренсе бәйгеһе түгел, йыл дауамында йыш ҡына төрлө республика һәм Рәсәй ярыштарында ҡатнаша ҡыҙҙар. “Башҡортостан үҫмере” художестволы гимнастикаһы буйынса республика турниры һәм асыҡ чемпионатына төрлө ҡалаларҙан һәм күрше төбәктәрҙән 600 ашыу спортсы килгән. Спорт әҙерлеге үҙәгендә чемпионаттың тантаналы асышында Каринэ Хәбирова, спорт һәм йәштәр сәйәсәте министры Руслан Хәбибов, Параолимпия чемпионы, Рәсәй Думаһы депутаты Рима Баталова һәм башҡа почетлы ҡунаҡтар ҡатнашты. Чемпионат һәм турнирҙың төп маҡсаты, бурыстары – ул ҡатнашыусыларҙың спорт оҫталығын үҫтереү, көслө гимнастарҙы асыҡлау, художестволы гимнастиканы популярлаштырыу, Рәсәй төбәктәре менән дуҫлыҡ ептәрен нығытыу, спорт разрядтарын башҡарыу. Матур костюмдарҙа кескәй генә балалар ҙа, үҫмерҙәр ҙә жюри алдында үҙенең оҫталығын күрһәтте. Ярыш бөгөн дә дауам итә. Художестволы гимнастика бәйгеһен һәр теләгән кеше ҡарай ала. Призлы урындар яулаған төрлө йәш төркөмөндәге спортсыларҙы миҙал, диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр менән тәбрикләйәсәктәр. 9 гимнаст спорт мастерлығына кандидат исемен аласаҡ.