10 көн элек автомобилдән тапалған маъмай ҡатмарлы операциянан һуң әле Өфөләге ветеринария клиникаһында ҡала. Етем әммә яңғыҙ түгел. Йәше тулыр-тулмаҫ көсөк һуңғы бер нисә көндә бик күп төрлө һынауҙарға дусар. Клиника тикшеренеүҙәренең әле операциянан һуңғы өлөшө башҡарыла. Хирург Айрат Ҡотломәтов умыртҡа бағанаһы һынған эткә ҡатмарлы операция яһаған. Өс көн үтеүгә ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә. Йәшәү теләге көслө, ти табип. Тәгәрмәс аҫтында ҡалған Джессины автомобиль хужалары ветеринар дауаханаһы үҙҙәре килтерә. Эттең хужаһы ла улар менән була. Табиптар кисекмәҫтән интенсив терапия өсөн стационар ярҙамын тәҡдим итә, анализдар ала, УЗИ, башҡа тикшеренеүҙәр үткәрә. Хаҡтар тураһында алдан хәбәр ителә. Тик эттең хужаһы әллә хәҡтар, әллә тәрбиәләнеүсеһенең хәйерһеҙ киләсәге алдында баҙап ҡала. Ветеринария табиптары менән бәйләнеште бөтөнләй өҙә. Яманға ялынма, тип табиптар Джессины әлегә үҙ ҡарамағына алған. Көсөк даими күҙәтеү аҫтында. Дауа саралары дауам итә. Уларҙың хаҡын ҡаплар өсөн социаль селтәрҙә мәрхәмәтле кешеләрҙән ярҙам үтенәләр. Маьмайға бәлки яңы хужа табылыр, тигән өмөт бар.
Джесси хужаһын көтә
Тулыраҡ: Джесси хужаһын көтә